

Пандемиялы 2020 йыл халыҡтың ситкә китеүен көйләгән һәм 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башстат ыңғай миграция сальдоһын теркәй. Хәҙер иһә властарға хеҙмәт ресурстарын эш һәм эш хаҡы менән тәьмин итергә кәрәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.
Уның белдереүенсә, Башҡортостанда миграция кәмеүе 2014 йылдан алып күҙәтелә. Иң күп халыҡ китеүе 2018 йылда теркәлгән (минус 8858 кеше).
– Былтырғы пандемия йылы үҙенең үҙгәрештәрен индерҙе. Ул халыҡ китеүен кәметеп кенә ҡалманы, ә ыңғай яҡҡа сығарҙы. Ағымдағы йылда һуңғы һигеҙ йылда тәүге тапҡыр ыңғай тенденция күҙәтелә, – тине ул.
Быйыл ғинуар-сентябрҙә халыҡтың миграцион артымы 4302 кеше тәшкил иткән. Ошо осорҙа республиканан 31 мең кеше киткән һәм 35,3 меңе йәшәргә килгән. Төбәк эсендә 69,1 мең кешенең миграциялауы күҙәтелә.
Миграцион үҫеш республиканың туғыҙ ҡалаһы һәм районында күҙәтелә – Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Өфө, Иглин, Краснокама райондары ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
– Миграцияның ыңғай сальдоһы – был күп ҡырлы күрһәткес. Унда факторҙар байтаҡ һәм һәр береһе мөһим. Һуңғы өс йылда уҡыу йорттарына маҡсатлы йыйыу арта, беҙҙең йәштәрҙең өйҙә ҡалыуы бик һәйбәт. Быны дауам итәсәкбеҙ. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге лә быға булышлыҡ итәсәк. Сит ил студенттары – бик перспективалы йүнәлеш. Бында лидер булып медицина университеты тора, башҡалар ҙа ошо йүнәлештә эшләһен ине, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, килгән кешеләрҙе эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итергә кәрәк. Йыл аҙағына тиклем республикала инвестиция проекттары сиктәрендә бер нисә етештереүҙәр асыласаҡ. Өҫтәмә 15 мең самаһы эш урыны булдырыу көтөлә. “Беҙгә өҫтәмә хеҙмәт ресурстары кәрәк буласаҡ, шул иҫәптән урта һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлағандарға”, – тине ул.
Фото: newsfrol.ru