Иҡтисад
14 Декабрь 2021, 08:30

“Башҡаларға ҡарағанда йылдамыраҡ алға барырға тейешбеҙ”

Былтырғыға ҡарағанда инвесторҙарҙы икеләтә күберәк йәлеп иткәнбеҙ.

“Башҡаларға ҡарағанда йылдамыраҡ алға барырға тейешбеҙ”“Башҡаларға ҡарағанда йылдамыраҡ алға барырға тейешбеҙ”
“Башҡаларға ҡарағанда йылдамыраҡ алға барырға тейешбеҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә инвесторҙар йәлеп итеү тураһында яҙып сыҡты.

“Йылдам үҫеш биләмәләре – республика Хөкүмәте ҡарамағындағы иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙең төп алымдарҙың береһе, шуға күрә ул тотҡарлыҡһыҙ эшләргә тейеш. Күптән түгел ошондай биләмәләргә инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәлелеген анализларға ҡушҡайным.

Бөгөн, ниһайәт, анализ һөҙөмтәһен алдым, әле шуны өйрәнеп ултырам. Күреүемсә, беҙ былтырғыға ҡарағанда инвесторҙарҙы икеләтә күберәк йәлеп иткәнбеҙ – 14 урынына 31. Хәҙер беҙҙә 99 инвестор теркәлгән. Башҡа төбәктәр менән сағыштырһаҡ, был - илдә икенсе һөҙөмтә.

Потенциаль резиденттар, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре урынлашҡан ҡала хакимиәттәре, республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән үҙ-ара бәйләнеште яйға һала алдыҡ. Беләм, “бәйләнеште яйға һалдыҡ” тигән һүҙҙәр бер аҙ сәйер яңғырай, әммә беҙҙәге бюрократия менән осрашҡан кеше чиновниктарҙан, яуаплылыҡты бер-береһенә япһармайынса, эште бергәләп йылдам башҡартыуҙың ни тиклем сетерекле мәсьәлә икәнен белә. Беҙ ғариза биреүҙән башлап проектты тулыһынса тормошҡа ашырыу стадияһына тиклем бюрократик кәртәләрҙе бөтөрөргә тырыштыҡ. Документтарҙы ҡарау ваҡытын 30 көндән 10 көнгә тиклем кәметтек. Аҙна һайын Иҡтисади үҫеш министрлығының бизнес-шерифтар менән осрашыуын ойоштора башланыҡ. Унда төп проблемалар,  уларҙы хәл итеү юлдары тикшерелә. Төбәк Башлығы үткәргән “Инвестиция сәғәт”тәренә оҡшатып, муниципалитеттарҙа “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәрен ғәмәлгә индерҙек. Уларҙа эшҡыуар үҙ проектын тәҡдим итеп, ярҙам һорай ала. Республиканың Үҫеш корпорацияһы нигеҙендә проект менеджерҙары институтын астыҡ. Улар инвесторҙарға бизнес-план төҙөргә ярҙам итә, проекттарға экспертиза үткәрә, профилле министрлыҡтар менән һөйләшеүҙәр ойоштора.

Әлбиттә, беҙҙә барыһы ла ал да гөл тип әлегә раҫлай алмайым. Проблемалар ҙа юҡ түгел. Резиденттар артыу һөҙөмтәһендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә инфраструктура объекттары булдырыуға аҡса етмәгән мәлдәр бар. Инвесторҙар менән эшләгән бизнес-шерифтарҙың барыһы ла тиң дәрәжәлә һөҙөмтәле һәм тейешле мәғлүмәткә эйә, тип әйтеп булмай. Әммә беҙ был проблемаларҙы хәл итеү алымын беләбеҙ һәм ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ. Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса федераль фонд менән әүҙем бәйләнеш булдырҙыҡ. Финанслауға ғариза ебәрҙек. Хупларҙар, тип ышанам. Бизнес-шерифтарҙы уҡыта башланыҡ. Улар дәүләт ярҙамы сараларының барыһын да, беҙҙең эшҡыуарлыҡты үҫтереү стратегияһын, федераль һәм төбәк программаларын, эшҡыуарҙарыбыҙҙың ниндәй гранттар алыу мөмкинлеген яҡшы белергә тейеш. Эшҡыуар бизнес-шерифҡа проблемаһы менән мөрәжәғәт иткән икән, уның хәл ителеүенә инанырға тейеш.

Ғөмүмән, инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса даими эшләйбеҙ. Әйткәнемсә, иң уңайлы төбәк булыу өсөн беҙ башҡаларға ҡарағанда йылдамыраҡ алға барырға тейешбеҙ. Эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция шарттары бында ҙур әһәмиәткә эйә. Барығыҙға ла һаулыҡ!” – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: facebook.com/photo

Сығанаҡ: facebook.com

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас