Иҡтисад
14 Декабрь 2021, 12:05

Дәүләт Советы комиссияһында иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иғтисамова видеоконференция тәртибендә комиссия ултырышында ҡатнашты.

Дәүләт Советы комиссияһында иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре ҡаралдыДәүләт Советы комиссияһында иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре ҡаралды
Дәүләт Советы комиссияһында иҡтисад һәм финанс мәсьәләләре ҡаралды

Ултырышты Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы секретары Игорь Левитин һәм Рәсәй Федерацияһының Премьер-министры урынбаҫары Марат Хөснуллин асты.

Ултырышҡа Силәбе өлкәһе губернаторы, "Иҡтисад һәм финанс" йүнәлеше буйынса Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы комиссияһы рәйесе Алексей Текслер һәм Рәсәй Федерацияһының финанс министры Антон Силуанов рәйеслек итте.

«Көн тәртибендәге төп мәсьәлә булып Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджеттарының оҙайлы финанс тотороҡлолоғон һәм бойондороҡһоҙлоғон, муниципаль берәмектәр бюджеттарының бойондороҡһоҙлоғон арттырыу темаһы торҙо», — тине Лира Игтисамова.

Ултырыш барышында бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙең айырым мәсьәләләре ҡаралды:

— бюджет медицина ойошмалары түләргә бурыслы иҫәптәр менән бәйле хәл, киләсәктә бындай бурысты булдырмау;

— Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең 2022-2024 йылдарҙа бюджет өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуҙы, шул иҫәптән медицина хеҙмәткәрҙәренә түләүҙе яҡшыртыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы, Рәсәй Президентының «май» указы ҡарарҙарын үтәү өсөн төбәктәрҙең тупланма бюджеттары сығымдарын арттырыу;

— Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә капиталь төҙөлөш проекттарын тормошҡа ашырыу хәүефе һәм уларҙы булдырмау буйынса тәҡдимдәр.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы комиссияһының «Иҡтисад һәм финанстар» йүнәлеше буйынса ултырышы йомғаҡтары буйынса 2022 йылға бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өлкәһендә бурыстар билдәләнде.

Фото: БР Финанс министрлығы сайтынан.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас