Иҡтисад
14 Декабрь 2021, 15:45

Ун миллиард һумға техника алынды

Ҡорамалдарҙы, техниканы яңыртыу фермерҙарға сәсеү кампанияһын тиҙ арала тамамларға ярҙам итәсәк.

Ун миллиард һумға техника алындыУн миллиард һумға техника алынды
Ун миллиард һумға техника алынды

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары быйылғы йылдың 11 айында 10 миллиард һумға өс мең берәмек самаһы техника һәм ҡорамалдар һатып алған. Был былтырғы менән сағыштырғанда 912 миллион һумға күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы.

"Башҡортостан аграрийҙары 450 трактор, 205 иген урыу һәм 35 мал аҙығы йыйыу комбайны, шулай уҡ 700 берәмектән ашыу һөргөс һәм сәсеү машиналары, башҡа ҡорамалдар һатып алды", — ти республика Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Уның билдәләүенсә, ҡорамалдарҙы, техниканы яңыртыу фермерҙарға сәсеү кампанияһын тиҙ арала тамамларға ярҙам итәсәк. Яҙғы сәсеү күләме һауа шарттарына бәйле һәм ужым культураларын ҡайтанан сәсергә кәрәк буласаҡ.

Башҡортостанда агросәнәғәт тармағының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй. Уның сиктәрендә ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға киткән сығымдарҙың яртыһына тиклем субсидия бирелә.

"Розагролизинг"тың ташламалы программалары ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Йыл башынан республика хужалыҡтары компания менән 2,4 миллиард һумға килешеү төҙөгән. Әлегә "Розагролизинг" ике миллиард һумлыҡ 390 берәмек техника менән тәьмин иткән.

Фото: Ауыл хужалығы министрлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас