

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә "Инвестиция сәғәте" ултырыштарына арналған пост яҙҙы.
“100-сө "Инвестиция сәғәте"... ниндәйҙер йомғаҡтар яһарға булалыр.
Беренсеһе. Был ваҡыт эсендә инвесторҙар менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн күпер булдыра алғанбыҙҙыр тип уйлайым. Һөҙөмтәле туранан-тура аралашыу механизмы, дөйөм суммаһы триллион һум самаһы булған инвестиция проекттарына ярҙам итеү һәм оҙата барыу.
Өс йыл эсендә ентекле эш башҡарҙыҡ – 396 инвестиция проекты, 66 мең эш урыны. Быйылғы йылдың 11 айында ғына 97 инвестиция проекты ҡараныҡ. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 12,5 мең яңы эш урыны тураһында әйтә алабыҙ.
Икенсеһе. Беҙ илдә инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән иң ылыҡтырғыс биш төбәк иҫәбенә индек.
2018 йылдан алып инвесторҙарға дөйөм суммаһы 13,45 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәттек, шул иҫәптән һалым йомшаҡлыҡтары – 11,5 миллиард һум, инженер инфраструктураһын төҙөүгә сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидия – 700 миллион һум, ҡорамалдар һатып алыуға – 600 миллион һум, инвестиция кредиттарының проценттарын түләү – 100 миллион һум, Ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы объекттарын модернизациялау – 250 миллион һум, транспорт инфраструктураһы булдырыуға – 300 миллион һум.
Шулай уҡ инвесторҙарға ергә документтар рәсмиләштереүҙә, электр, газ, һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәренә технологик ҡушылыуҙа ярҙам итәбеҙ.
Беҙҙең Сәнәғәтте үҫтереү фонды инвесторҙарға ташламалы финанслау алырға ярҙам итә. Улар ярҙамында 69 проектҡа булышлыҡ ҡылдыҡ. Һөҙөмтәлә республика иҡтисадына 28 миллиард 140 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп иттек, уның өстән бер өлөшө – федераль фондтан.
Өсөнсөһө. Йыл һайын республика иҡтисадына инвестициялар күләмен арттырабыҙ. Пандемияға ҡарамайбыҙ.
Дүртенсеһе. Бизнесҡа ярҙам итеүҙең төрлө инфраструктураһын булдырҙыҡ – “Алға” махсус иҡтисади зонаһы, биш ТОСЭР, 11 индустрия һәм 18 технопарк.
Әммә тағы ла тиҙерәк, һөҙөмтәлерәк хәрәкәт итергә тейешбеҙ. Дөйөм алғанда – алға!" - тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.