Иҡтисад
15 Декабрь 2021, 16:40

Килһен дә етештерә башлаһындар өсөн

Радий Хәбиров: "Предприятие бына ошондай булырға тейеш".

Килһен дә етештерә башлаһындар өсөнКилһен дә етештерә башлаһындар өсөн
Килһен дә етештерә башлаһындар өсөн

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә сәнәғәт-етештереү комплексын асыу тураһында яҙҙы.

“Бөгөн “Өфө” индустриаль паркында сәнәғәт-етештереү комплексын астыҡ. Ул ҙур, 20000 квадрат метр. Заманса предприятиелар бына ошондай булырға тейеш. Кешеләр бында килеп шунда уҡ ил өсөн файҙалы нәмәләр етештерә башлаһын өсөн уңайлы эш урындары булдырабыҙ. Әйткәндәй, был да беҙҙең “Инвестиция сәғәте” сараһының һөҙөмтәһе.

Уңыш менән ҡотлайым! Артабан киттек”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: bashinform.ru/news/

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас