Бөгөн Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында "Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2021" сараһы асылғаны тураһында хәбәр иткәйнек. Төштән һуң ул үҙ эшен пленар ултырышта дауам итте.
Сара “Экспорт һәм инвестициялар: яңы мөмкинлектәр” тип аталды, уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, "Рәсәй экспорт үҙәге"нең генераль директоры Вера Никишина, Тунистың Рәсәйҙәге илсеһе Тарак Бен Салем, РБК ТВ идарасы директоры, модератор Илья Доронов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ултырышта билдәләнеүенсә, Башҡортостан тауарҙары 117 илгә экспортлана һәм бөгөнгө ҡатмарлы пандемия осоро өсөн был бик һәйбәт күрһәткес. Дәүләт тә эшҡыуарҙарға һиҙелерлек ярҙам ойоштора.
“Экспортҡа килгәндә, беҙ эшҡыуарҙарҙы сит ил баҙарына сығыу менән ҡыҙыҡһындырабыҙ икән, был эштең отошло икәнен барыһы ла аңлай”, – тине Радий Фәрит улы үҙенең сығышында. – Был эшмәкәрлекте отошло итеү – төп маҡсатыбыҙ. Донъя баҙарында бөтөнләй икенсе шарттар – икенсе ҡануниәт, хатта икенсе тел, шуға күрә дәүләттең ярҙамынан тыш предприятиеларҙың үҙҙәренә генә ҡыйынғараҡ тура килә. Әле генә һанап кителгән дәүләт ярҙамы сараларына килгәндә, уларҙы ҡабул иткәндә илдең башҡа төбәктәренең дә тәжрибәһен иҫәпкә алдыҡ, "Рәсәй экспорт үҙәге"нең тәҡдимдәрен дә ҡулланабыҙ”.
А. Нурмөхәмәтов фотолары.