

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй экспорт үҙәге генераль директоры Вероника Никишина “Өфө” индустриаль паркындағы 20 мең квадрат метрлыҡ етештереү комплексының эшенә старт бирҙе.
Уның тәүге резиденты – “Артагро” сауҙа йорто” йәмғиәте. Был ойошма ауыл хужалығы объекттары төҙөү һәм реконструкциялау менән шөғөлләнә, уның Рәсәйҙә тиңе юҡ.
- ”Артагро” коллективын яңы етештереү урыны асылыу менән ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ республикала бизнесҡа ярҙам итеүҙең йоғонтоло инструменттарын булдырабыҙ. Шул иҫәптән яңы етештереү майҙандары асабыҙ. Индустриаль парктарҙың 90 проценты биләп алынған да инде.
Беренсе вице-премьер - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, комплексты 2020 йылда төҙөй башлағандар.
“Бында дөйөм инвестиция күләме 600 миллион һум булған ете компания-резидент эшләйәсәк”, – тине ул.
Етештереү комплексына старт биргәндән һуң Радий Хәбиров менән Вероника Никишина республика Инвестиция комитетының “Инвестиция сәғәте” форматындағы 100-сө ултырышында ҡатнашты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.