Иҡтисад
15 Декабрь 2021, 18:45

Вероника Никишинаға - Халыҡтар дуҫлығы ордены

"Йылды насар булмаған күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ".

Вероника Никишинаға - Халыҡтар дуҫлығы орденыВероника Никишинаға - Халыҡтар дуҫлығы ордены
Вероника Никишинаға - Халыҡтар дуҫлығы ордены

15 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй экпорт үҙәге генераль директоры Вероника Никишина менән осрашты. Ул Өфөгә Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашыу өсөн килгәйне.

Яҡтар экспортҡа булышлыҡ итеү саралары хаҡында һөйләште. Һүҙ экспорт аудиты, логистик сығымдарҙы субсидиялау, халыҡ-ара сертификатлау тураһында бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумы сиктәрендә “Экспорт үҫеше – биләмә үҫеше” стратегик сессияһында бәләкәй экспортҡа эшләүсе предприятиеларға булышлыҡ итеү практикаһы менән таныштырғайны.

- Йолаға әүерелгән Халыҡ-ара экспорт форумында ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Был республика өсөн иң тәүҙә – һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлау. Пандемия менән бәйле ауырлыҡтар булһа ла, был йылды, шул иҫәптән тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген насар булмаған күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ. Был һөҙөмтә Рәсәй экспорт үҙәге менән һөҙөмтәле эшләү, эксперттарҙың кәңәштәре менән дә бәйле, - тине Радий Хәбиров. – Быларҙың барыһы ла республиканың тышҡы иҡтисады үҫешенә, сеймал булмаған продукция артыуына йоғонто яһай.

Вероника Никишина продукттарға ла, процестарға ла бәйле булышлыҡ итеү һөҙөмтәлелеген күтәреү мотлаҡ икәнлеге хаҡында әйтте.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров, республика менән Рәсәй экспорт үҙәге менән оҙайлы һәм емешле хеҙмәттәшлекте билдәләп, Вероника Никишинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас