Сарала Рәсәйҙең махсус иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге тураһында һөйләштеләр, V Милли рейтингын иғлан иттеләр һәм 2021 йылға йомғаҡтар яһалды. Студия ҡунаҡтары – Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Сергей Галкин, Рәсәйҙең Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, тәжрибә уртаҡлашты һәм киләһе йылға пландар турһында һөйләне.
- Бөгөн беҙҙең өсөн әһәмиәтле сара үтә һәм ентекле эшкә йомғаҡ яһайбыҙ. Һөҙөмтәләрҙең иң ҡыуандырғаны – яңыраҡ булдырылған айырым иҡтисади зоналарының эше, яңы булдырылғандары 10 йылдан ашыу эшләп килгән майҙансыҡтар бер тигеҙ көс һынаша, етди ярыша башланы. Рәсәй Федерацияһында бер йыл элек эшләй башлаған Башҡортостан Республикаһының махсус иҡтисади зонаһы «Алға» иң йылдам үҫешкән майҙансыҡ тип табылды. 10 йыл һәм унан да алда иҡтисади зоналар булдырған хеҙмәттәштәремә шуны әйтер инем: уңышлы майҙансыҡ һайлап, алға ынтылғандар табанға баҫа бара. Һәр кемгә үҫеш тенденцияларын ентекле күҙәтергә кәрәк, — тине Андрей Шпиленко.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров был мөһим матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан берҙән-бер төбәк башлығы булды.
- Беҙҙең махсус иҡтисади зонаның иң йылдам үҫешеүселәрҙең береһе тип танылыуы ҡыуандыра, дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы аңлайбыҙ. Беренсенән, махсус иҡтисади зона ниндәй генә булмаһын, биләмәгә инвестициялар йәлеп итеү өсөн бөтә ҡоралдар эшләмәһә, ул «осоп китмәйәсәк». Шуға күрә һуңғы йылдарҙа маҡсатлы һәм системалы рәүештә инвестициялар йәлеп итеү сараларын булдырыу менән төптән шөғөлләнәбеҙ. Власть органдары тулыһынса был эшкә йәлеп ителгән. Аҙна һайын инвестиция сәғәттәрен үткәрәм, улар аша 390-ға яҡын инвестиция проекты үтте, дөйөм суммаһы триллион һум самаһы булған инвестициялар йәлеп ителәсәк. Райондарҙа аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелә”. Әлеге мәлдә айырым иҡтисади зонаға ун резидент килде, шуларҙың икәүһе ең һыҙғанып эшләй башланы, - тине Радий Хәбиров.
«Алға» иҡтисади зонаһына килгәндә, республика башлығы әйтеүенсә, уны булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, республика делегацияһы башҡа төбәктәрҙә эшләгән махсус иҡтисади зоналарҙың тәжрибәһен уртаҡлашыу өсөн Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Татарстанға эш сәфәре менән барып ҡайтҡан.
- Беҙ шуны аңланыҡ: әгәр нимәгәлер өлгәшергә, инвесторҙар йәлеп итергә теләһәк, күршеләребеҙгә ҡарағанда тиҙерәк “йүгерергә” тейешбеҙ. Инвесторҙарҙың мөрәжәғәттәре бар, уларҙы иҡтисади зонаға инмәгән ер участкалары ҡыҙыҡһындыра. Улаҙың һорауын ҡәнәғәтләндерерҙәй 120 гектар самаһы ер ҡалды. Был ерҙәрҙе бүлгәндән һуң, кисекмәҫтән махсус иҡтисади зонаны киңәйтеүгә ғариза бирәсәкбеҙ. Бынан тыш, инновацион ғилми-техник үҙәк булдырыуға документтар әҙерләйбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы.
Белешмә. «Алға» сәнәғәт һәм етештереү махсус иҡтисади зонаһы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 27 майындағы указына ярашлы Башҡортостандың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында булдырылған. Зона 49 йыл ғәмәлдә буласаҡ, уның дөйөм майҙаны 468 гектар. Дүрт айырым майҙансыҡта урынлашыуы предприятиеларҙы кластер тибы буйынса урынлаштырыуҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Ярҙам саралары булараҡ, резиденттарға ер участкаларын ҡуртымға алыуға хаҡ кәметелә, һалым буйынса ташламалар һәм таможня преференциялары бирә.
Башҡортостан Республикаһында булдырылған «Алға» махсус иҡтисади зонаһы, Рәсәй-2021 Дәүләт инвестицияларының йәлеп итеүсәнлегенең V Милли рейтингы мәғлүмәттәре буйынса, бер йылда иң яҡшы үҫеш динамикаһын күрһәтте.