

Республикала ноябрҙең икенсе декадаһында һәм декабрь башында ғәҙәттәгенән йылыраҡ һауа торошо урынлашты, бер ай эсендә уртаса һауа температураһы -3,3 градус тәшкил итте, был норманан 1,7 градусҡа юғарыраҡ.
Бер ай эсендә яуым-төшөм ҡар, епшек ҡар һәм ямғыр рәүешендә яуҙы. Республика территорияһында тотороҡло ҡар япмаһы 8-10 ноябрҙә төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш һәм таулы райондарҙа бер аҙнаға һуңлабыраҡ ятты. Ноябрь аҙағында баҫыуҙарҙа ҡар япмаһының уртаса бейеклеге 4-36 сантиметр тәшкил итте (нормаһы — 8-20 сантиметр). Ҡарҙы тикшереү мәғлүмәттәре буйынса ҡар япмаһының уртаса бейеклеге төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш төбәктәрҙә һәм Урал аръяғы райондарында билдәләнгән 10 сантиметрҙан кәмерәк.
Декабрь башына метеостанция мәғлүмәттәре буйынса тупраҡ 3-47 сантиметрға туңған (нормаһы — 10-27 сантметр).
Тупраҡ температураһы 0 - минус 9, урыны менән - 11 градусҡаса тиклем етә (норма -1; -4).
Дөйөм алғанда, ужым культуралары ҡышлай башлауҙан алып агрометеорологик шарттар башлыса ҡәнәғәтләнерлек булмай.
Декабрҙең тәүге көндәрендә һауа шарттары тағы ла насарайҙы. Яуым-төшөм епшек ҡар һәм боҙло ямғыр рәүешендә яуҙы, ҡайһы бер урындарҙа буран, елдең көсәйеүе секундына 40 метрға тиклем етте. Ҡайһы бер баҫыуҙарҙа ер ҡарҙы өрҙөрөп алып китә, яланғас урындар 30 процентҡа тиклем етә. Республиканың ҡайһы бер райондарында боҙло ямғыр яуғандан һуң ужым культураларының ҡайһы бер баҫыуҙарында боҙ ҡабығы барлыҡҡа килә.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса идаралығы агрономдары декабрҙең икенсе декадаһынан баҫыуҙарҙың дөйөм торошон билдәләү өсөн ужым культураларын тикшереүгә сыҡҡан. Күҙәтеү республиканың бөтә зоналарында ла 80,6 мең гектар майҙанда үткәрелә.
Төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһында 5,29 мең гектар майҙанда тикшереү үткәрелгән, шуларҙың 1,29 мең гектарында ужым культуралары насар хәлдә. Боҙ ҡабығы билдәләнмәгән, ҡар япмаһының бейеклеге 2 – 7 сантиметрға тиклем етә.
Төньяҡ урман-дала зонаһында тикшереү 8,37 мең гектар майҙанда үткәрелгән, шуларҙың 0,15 мең гектары насар хәлдә. Краснокама районында боҙ ҡабығы билдәләнә, ҡар япмаһының бейеклеге 1 – 8 сантиметрға тиклем, урман һыҙаттары янында 20 сантиметрға етә, ерҙең температураһы – 3 градус.
Урал алды дала зонаһында тикшереү 57,8 мең гектар майҙанда үткәрелгән, шуларҙың 15,5 мең гектары насар хәлдә. Зонаның бер районында ла боҙ ҡабығы күҙәтелмәй, ҡар япмаһының бейеклеге 2 – 25 сантиметрға тиклем, тупраҡ температураһы -3,5 -7,5 градус;
Көньяҡ урман-дала зонаһында тикшереү 9,1 мең гектар майҙанда үткәрелгән, шуларҙың 1,8 мең гектары насар хәлдә. Боҙ ҡабығы бөтә ерҙә лә күҙәтелмәй, ҡар япмаһының бейеклеге 2 сантиметрҙан 8 сантиметрға тиклем, Саҡмағош районында тикшерелгән баҫыуҙарҙа ҡар япмаһы юҡ.
Учалы районында тикшереү 0,085 мең гектар майҙанда үткәрелгән, үҫемлектәр көсһөҙ, боҙ ҡабығы билдәләнмәгән, ҡар япмаһының бейеклеге 1-2 сантиметр ғына.
Ҡар япмаһы булмауы, төнгө һыуыҡтар ужым культураларының ҡышлауына кире йоғонто яһай, был бигерәк тә көҙҙән күтәрелеп киткән ужым культуралары өсөн хәүефле.
Тупраҡ температураһының тирбәлеүе, һауа торошоноң тотороҡло булмауы тотош үҫемлектең зыян күреүенә һәм һәләк булыуына килтерә.
Фото: Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалынан алынды.