Иҡтисад
16 Декабрь 2021, 14:45

Ауылдарға интернет үтә

Масштабы һәм тормошҡа ашырылыу ваҡыты буйынса был программаға тиңдәр юҡ.

Ауылдарға интернет үтәАуылдарға интернет үтә
Ауылдарға интернет үтә

Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Һәр кем ҡулланырлыҡ интернет” республика программаһына һөҙөмтә яһайҙар. Ағымдағы йылда элемтә оптика линиялары республиканың 267 ауылында барлыҡҡа килгән. Илле райондың 45 мең шәхси йортонда йәшәүсе 100 меңдән ашыу кеше бушлай һанлы сервистар менән ҡулланыу мөмкинлегенә эйә булған.

“Быға тиклем абонент линиялары бәйләнеш операторҙары тарафынан ғына төҙөлә ине. Ағымдағы йылдан республика Хөкүмәте, бәләкәй ауылдарҙы интернет менән тәьмин итеү маҡсатында, бизнес менән бергә эшмәкәрлек алып барырға ҡарар итте. Программа дауам итһә, был өлкәләге тигеҙһеҙлек бөтәсәк”, - ти Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Оператор тарафынан төҙөлөштә ҡулланылған гигабит оптика селтәрҙәре бер кабелгә бер юлы бер нисә хеҙмәтте тоташтырыу мөмкинлеген бирә: 300 Мбит/с тиҙлеккә тиклем интернет, интерактив телевидение, телефония. Заявкалар 8 800 100 08 00 телефон номеры буйынса бушлай ҡабул ителә.

“Масштабы һәм тормошҡа ашырылыу ваҡыты буйынса был программаға тиңдәр юҡ. Төбәк Хөкүмәте ярҙамы менән беҙ бер йыл эсендә бәләкәй ауылдарҙа 100 меңдән ашыу кешене интернет менән тәьмин иттек. Интернет селтәренә тоташыу ауыл халҡының тормошон еңелләштерә – уҡыу, эшләү, бизнесты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр тыуа”, - ти "Башинформсвязь" йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Нищев.

Бер йылға иҫәпләнгән “Һәр кем ҡулланырлыҡ интернет” проекты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. “Ростелеком” компанияһына ҡараған “Башинформ” предприятиеһы ауыл-ҡалаларға телекоммуникация ҡоролмаларын урынлаштыра, йорттарҙы интернет селтәренә тоташтыра. Дәүләт контракты шарттарына ярашлы, сығымдарҙың яртыһын Башҡортостан Хөкүмәте субсидиялай.

Бөгөнгә проект нигеҙендә 22 мең шәхси йортҡа интернет селтәре уҙғарылған.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54075

Автор:Римма Султанова
Читайте нас