

Рәсәйҙәге махсус иҡтисади зоналарҙың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен сағылдырған V Милли рейтинг мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандағы сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы бер йылдан элегерәк ойошторолған зоналар араһында иң яҡшы үҫеш динамикаһын күрһәтте.
Бөгөн ТАСС матбуғат конференцияһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бындай үҫешкә өлгәшеү алымдары тураһында һөйләне.
“Беҙҙең махсус иҡтисади зонаның иң йылдам үҫкәндәрҙең береһе тип танылыуы ҡыуаныслы хәл. Дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы аңланыҡ. Беренсенән, махсус иҡтисади зона, өҫтөнлөктәр ниндәй генә булмаһын, биләмәлә инвестиция йәлеп итеү алымдарының барыһы ла эшләмәһә, ул “оса алмаясаҡ”. Шуға күрә беҙ һуңғы йылдарҙа инвестиция йәлеп итеү өсөн тулы инструменттар йыйылмаһын ғәмәлгә индереү йәһәтенән маҡсатҡа һәм планға ярашлы эш алып барҙыҡ. Унда республика һәм муниципаль власть органдары тулыһынса йәлеп ителде. Аҙна һайын инвестиция сәғәттәре үткәрәм, улар аша инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе юғары булған, дөйөм күләме триллион һумлыҡ 390-ға яҡын инвестиция проекты үтте. Икенсенән, барлыҡ муниципалитеттарҙың йәлеп ителеүе. Улар ҙа эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәрә, бизнес-шерифтар вазифаһы булдырылған, уларҙың бурысы – эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм инвестиция йәлеп итеү”, – тине Радий Хәбиров.
“Алға” махсус иҡтисади зонаһына килгәндә, республика етәксеһе әйтеүенсә, уны ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгәндә, башҡа төбәктәрҙә тиҫтәләгән резиденттары булған зоналар 15-17 йылдан ашыу эшләй ине.
“Маҡсатҡа өлгәшергә, инвесторҙар йәлеп итергә теләһәк, беҙгә күршеләргә, коллегаларыбыҙға ҡарағанда йылдамыраҡ йүгерергә кәрәклеген аңланыҡ. Эште ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тормошҡа ашырыу бурысын ҡуйҙыҡ. Статистиканы ҡарап сыҡтым, ысынлап та, бындай миҫалдар юҡ: беҙҙең махсус иҡтисади зонаға ике йыл да түгел, ә резиденттар унау, өҫтәүенә ике предприятие быйыл етештереүгә тотондо. Әлегә тиклем бындай күрһәткестең булғаны юҡ ине. Йәнә ҡабатлап әйтәм, был беҙҙең ниндәйҙер дәрәжәлә ҡулдан ысҡындырғанды ҡайтарыу теләге ине, – тине төбәк Башлығы. – Беҙ “әгәр нимәгәлер өлгәшкәнбеҙ икән, был турала шунда уҡ онотабыҙ һәм артабан алға барабыҙ”, тигән принцип буйынса йәшәйбеҙ.
Радий Хәбиров инвестиция өлкәһендәге артабанғы пландары менән уртаҡлашты.
“Байтаҡ инвесторҙан мөрәжәғәт бар. Улар махсус иҡтисади зона статусы менән, ләкин башҡа биләмәләрҙә ер участкалары биреүҙе һорай. Беҙҙә инвесторҙарға бирерлек 120 гектар самаһы ер ҡалды. Әйткәндәй, инвесторҙарҙы саҡырам, участкалар насар түгел. Уларҙы бүлгәс, шунда уҡ махсус иҡтисади зонаны башҡа биләмәләргә киңәйтеүҙе һорап ғариза яҙасаҡбыҙ. Бынан тыш, инновациялы фәнни-техник үҙәккә ҡағылышлы документтар йыйылмаһын әҙерләйбеҙ. Был – үҙенә күрә хыял, технологик етештереү яғына табан юғарыраҡ аҙым”, – тине Башҡортостан етәксеһе.
Фото: bashinform.ru/news/economy/
Сығанаҡ: bashinform.ru/news/economy/