Иҡтисад
16 Декабрь 2021, 11:15

"Башҡортостан - беҙҙең ҙур эшлекле партнерҙарыбыҙҙың береһе"

“Белнефтехим” концерны рәйесе урынбаҫары Олег Курилин республика етәкселегенә Башҡортостанды күрергә һәм Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырғаны өсөн рәхмәт әйтте.

"Башҡортостан - беҙҙең ҙур эшлекле партнерҙарыбыҙҙың береһе""Башҡортостан - беҙҙең ҙур эшлекле партнерҙарыбыҙҙың береһе"
"Башҡортостан - беҙҙең ҙур эшлекле партнерҙарыбыҙҙың береһе"

“Белнефтехим” концерны рәйесе урынбаҫары Олег Курилин республика етәкселегенә Башҡортостанды күрергә һәм Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашырға саҡырғаны өсөн рәхмәт әйтте.

– Санкцияларға ҡарамай беҙҙең халыҡтар бер-береһенең мәнфәғәттәренән сығып хеҙмәттәшлек итеүен дауам итә. Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына килгән сағында төбәктең инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлектәре презентацияһы булды. Унда Беларустың туғыҙ министры, 203 предприятиеһы, уларҙың 140-ы – ҙурҙар, ҡатнашты. Улар презентациянан һуң Башҡортостан бизнесы менән эшләне. Башҡортостан – беҙҙең иң ҙур эшлекле партнерҙарыбыҙҙың береһе. 2021 йылдың ун айы эсендә Беларусь менән һеҙҙең республика араһындағы тауар әйләнәше 506 миллион доллар тәшкил иткән, – тине Олег Курилин.

“Белнефтехим” концерны рәйесе урынбаҫары белдереүенсә, 2022 йылдың беренсе яртыһында эш төркөмө йыйыласаҡ, улар хеҙмәттәшлектең юл картаһын тикшерәсәк. Был ике-яҡлы тауар әйләнеше күләмен арттырыу мөмкинлеге бирәсәк.

Олег Курилин әйтеүенсә, белорус предприятиелары Башҡортостан менән сәнәғәт, ауыл хужалығы сәнәғәте комплексы, юл төҙөлөшө һәм башҡа тармаҡтарҙа тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙер.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас