Иҡтисад
16 Декабрь 2021, 15:30

Беҙҙә һиҙелерлек ҡаҙаныштар бар

Сәйәсмәндең аңлатыуынса, инвестициялар йәлеп итеү – федераль власть тарафынан төбәктәр алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе.

Беҙҙә һиҙелерлек ҡаҙаныштар барБеҙҙә һиҙелерлек ҡаҙаныштар бар
Беҙҙә һиҙелерлек ҡаҙаныштар бар

Башҡортостанда “Инвестиция сәғәте” ултырыштарын үткәреү – төбәктәр араһында уңышлы ғәмәлдәрҙең береһе. Сәйәсмән, сәйәсәт фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Николай Евдокимов республикала йөҙөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” үткәрелеүенә ҡарата шундай фекер белдерҙе.

Сәйәсмәндең аңлатыуынса, инвестициялар йәлеп итеү – федераль власть тарафынан төбәктәр алдына ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе. “Ысынлап та, Башҡортостанда был йәһәттән һиҙелерлек ҡаҙаныштар бар. Беҙ Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингында лидерҙар рәтендә. Был республиканың инвестиция йәһәтенән ҡыҙыҡтырырлыҡ булыуы тураһында һөйләй, быға тиклемге иҡтисади потенциал ихтыяж менән файҙалана һәм үҫешә, – тигән аңлатма бирҙе сәйәсмән. – “Инвестиция сәғәте” барыһынан да элек бизнес һәм властың берлектәге эше буйынса бурыстарҙы хәл итә.  Сер түгел, бизнес менән властың берлектәге эше - ҡайһы бер төбәктәргә был йүнәлештә үҫешергә ҡамасаулаған төп проблемаларҙың береһе".

Эксперттың билдәләүенсә, “Инвестиция сәғәте” бюрократия процедураларын урап үтеп, күп мәсьәләләрҙе туранан-тура хәл итергә мөмкинлек бирә. ”Был эште тәьҫирлерәк, ырамлыраҡ итә. Мин “Инвестиция сәғәте”н республикабыҙҙың бөгөн инвестиция йәһәтенән ҡыҙыҡтырырлыҡ булыу яғынан юғары баһаланыуы сәбәптәренең береһе тип иҫәпләйем”, – тип йомғаҡ яһаны Николай Евдокимов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 декабрҙә “Өфө” индустрия паркының етештереү  майҙанында “Инвестиция сәғәте” йөҙөнсө тапҡыр үткәрелде.  

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас