Иҡтисад
16 Декабрь 2021, 04:45

Иң һөтлө һыйырҙар Мәләүез менән Ейәнсурала

Был райондарҙа һәр һыйырҙан уртаса 9 мең килограмдан ашыу һөт һауылған

Иң һөтлө һыйырҙар Мәләүез менән ЕйәнсуралаИң һөтлө һыйырҙар Мәләүез менән Ейәнсурала
Иң һөтлө һыйырҙар Мәләүез менән Ейәнсурала

Ауыл хужалығы предприятиеларында йыл башынан бер һыйырға уртаса алғанда 5 мең 944 килограмм һөт һауып алған. Мәләүез менән Ейәнсура райондарында иһә иң яҡшы күрһәткес теркәлгән, унда һәр һыйырҙан уртаса 9 мең килограмдан ашыу һөт һауылған. Йәрмәкәй, Учалы һәм Нуриман райондарында был күрһәткес бер меңгә кәмерәк.

Тауар һөтөнөң тулайым күрһәткесе буйынса Саҡмағош районы алдынғылыҡты бирмәй. Район хужалыҡтарында дөйөм алғанда 61,6 мең тонна продукция һауып алынған.

Йыл башынан республиканың ауыл хужалығы предприятиелары һәм хужалыҡтары бөтәһе 718,2 мең тонна һөт етештергән, был былтырғы күрһәткестән 25,4 мең тоннаға күберәк.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас