

Кисә, 15 декабрҙә, Өфөлә йөҙөнсө “Инвестиция сәғәте” үтте.
Был Хөкүмәт ағзалары менән инвесторҙар осрашыуын 2018 йылдың октябренән алып уҙғара башланылар. Өс йыл эсендә дөйөм суммаһы 815 миллиард һумлыҡ 396 проект ҡаралды, улар буйынса 66 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ.
“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән "Инвестиция сәғәте" ултырыштары, һис шикһеҙ, иң яҡшы төбәк практикаларының береһе. Ул инвесторҙарға республика етәкселегенә үҙ проекттарын тәҡдим итеү һәм дәүләттән ярҙам төрҙәре алыу мөмкинлеге бирә. Был Стратегик башланғыстар агентлығы үткәргән инвестиция мөхите рейтингы менән раҫлана – 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан бишенсе урын яуланы. Ауыр пандемия шарттарына ҡарамай, төбәктә йыл һайын инвестиция күләме арттырыла, бизнесҡа ярҙам итеүҙең төрлө механизмдары, ҡоралдары булдырыла”, – тине Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов.
Фото: "Башинформ".