

Билдәле алып барыусы Мария Ситтель Өфөлә уҙған Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡатнашып, "Халыҡ-ара кооперация. Донъяны һәр береһенә асып" пленар сессияһында модератор сифатында сығыш яһаны. Саранан һуң ул "Башҡортостан панорамаһы" баҫмаһы хәбәрсеһенең бер нисә һорауына ла яуап бирҙе.
"Мин һәр темаға, эфирға, шулай уҡ һәр көнгә ныҡлап әҙерләнәм. Ни өсөн тигәндә, күпте белгән хәлдә лә, нимәнелер оноторға мөмкин. Кеше алдында ҡыйын хәлдә ҡалмаҫ өсөн күпте - ҡайҙа бараһың - шул ерҙең мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәтен - өйрәнергә кәрәк. Мәғлүмәт тармағында мин инде 20 йыл самаһы эшләйем, байтаҡ нәмәне беләм, хәтерҙә тотам, шулай булыуға ҡарамаҫтан, белемде яңыртып, байытып тороу кәрәк тип иҫәпләйем", - тип белдерҙе ул. Әйтеүенсә, Мария Ситтель республикаға беренсе тапҡыр килгән.
"Башҡортостанды өс һүҙ менән нисек һүрәтләй торғайнығыҙ?" тигән һорауға алып барыусы: "Тауҙар, бал, һауа", - тип яуаплаған.
- Хәҙер, үҙегеҙ бында килгәс, ошо исемлекте тағы ниндәй һүҙҙәр менән тулыландырырһығыҙ?
- Кешеләр яҡшы күңелле - ҡояш кеүек, бик ҡунаҡсылдар. Миңә кешене яҡшыраҡ белер өсөн уның күҙҙәренә ҡарарға, һөйләгәнен тыңларға кәрәк. Уларҙың тыуған ере, тамырҙары менән бәйләнеше нисек икәнен аңларға тырышам. Шуның өсөн дә әле ерле халыҡты тыңлау минең өсөн мөһим булды, - тип яуаплаған Мария Ситтель.
Фото: "Панорама Башкортостана".