

Республика Стратегик тикшеренеүҙәр институтының фәнни эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары Әлфиә Кузнецова, республикала алдынғы идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙа даими үткәрелә килгән “Инвестиция сәғәте” ултырыштарының роле ҙур, тип билдәләй.
Мәғлүм булыуынса, улар 2018 йылдың октябренән үткәрелә, ошо арауыҡта кәңәшмәләрҙә дөйөм суммаһы 815 миллиард һумлыҡ инвестициялар хаҡында мәғлүмәтте үҙ эсенә алған 396 проект ҡаралған. Ошо көндәрҙә Өфөлә юбилей кәңәшмәһе – йөҙөнсө “Инвестиция сәғәте” үтте.
“Беҙ бында дәүләт һәм бизнес араһындағы бюрократик ҡаршылыҡтарһыҙ, асыҡтан-асыҡ мөнәсәбәттәрҙе күрәбеҙ. Радий Фәрит улының инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы шәхси контролгә алыуы эшҡыуарҙарға ышаныс өҫтәй. Беҙ уникаль осорҙа йәшәйбеҙ: төбәктә ҡалыпҡа һыймаған үҙенсәлекле башланғыстар ҙа тормошҡа ашыуы ихтимал. Иң мөһиме – конструктив идеяларҙы генерациялау, уларҙың үҫешенең перспективаларын аныҡ аңлау.
Бер кемгә лә сер түгел: ҡайһы саҡта бынамын тигән идеяларҙы ғәмәлдәге бизнес-планда сағылдырып булмай, икенсе яҡтан, яҡшы бизнес проекттарҙың бәғзе осраҡта иҡтисади, социаль һөҙөмтәһе юҡ, улар килем килтермәүе ихтимал.
Инвестиция проекттарының һөҙөмтәлелегенең төп шарты булып яңы тотороҡло эш урындары булдырыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү тора. Башҡортостан илебеҙҙең инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс биш төбәге араһына инә, был инвесторҙар менән һөҙөмтәле эшләүҙе аңлата. Һөҙөмтәне әле үк күрәбеҙ һәм киләсәктә лә күрәсәкбеҙ”, - ти Әлфиә Кузнецова.
Фото: bashinform.ru