Иҡтисад
16 Декабрь 2021, 13:30

Республика тейешле бурысты үтәне

"Инвестиция сәғәте" ултырыштарының заманса форматын тормошҡа ашырыу юлын да уйларға кәрәк".

Республика тейешле бурысты үтәнеРеспублика тейешле бурысты үтәне
Республика тейешле бурысты үтәне

"Пандемияға ҡарамаҫтан, 2021 йылда Башҡортостан 2024 йылға төп капиталға инвестицияларҙың йыллыҡ күләмен 650 миллиард һумға еткереү буйынса бурысты үтәне", - тип билдәләне иҡтисад фәндәре кандидаты Ольга Сидорова.

"Төбәктең инвестиция йәлеп итеүсәнлеген арттырыуға йүнәлтелгән системалы эш, шул иҫәптән “Инвестиция сәғәте”н үткәреү төбәктең инвестиция климаты торошон туранан-тура билдәләй. Бөгөн был сара власть органдары һәм потенциаль инвесторҙар осрашыуҙары өсөн отошло формат булып тора, уның барышында бизнес-берләшмәнең инвестиция эшмәкәрлегенә ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләр хәл ителә, ике яҡлы һөйләшеүҙәр алып барыла.

Нәҡ "Инвестиция сәғәте"ндә инвесторҙар, проект менән таныштырыуҙан тыш, уны тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен туранан-тура төбәк етәкселеге менән тикшереү мөмкинлегенә эйә. Бөгөнгө төп бурыс – республикалағы инвесторҙар менән килешеп эшләү һәм киләсәккә яңы пландар ҡороу. Шуға күрә бизнес-берләшмә менән Башҡортостандың һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәтен булдырыу тураһында фекер алышыу мөһим, шул иҫәптән төбәктә "Инвестиция сәғәте" ултырыштарының заманса форматын тормошҡа ашырыу юлын да уйларға кәрәк", - тине белгес.

Белешмә. 2018 йылдың октябрендә Башҡортостанда инвесторҙар менән "Инвестиция сәғәте" форматында аҙна һайын үткәрелгән осрашыуҙар башланды. Уларҙа бөтәһе 815 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме тәшкил иткән 396 проект ҡаралды, һөҙөмтәлә 66 меңдән ашыу эш урыны булдырыу планлаштырыла. Өфөлә "Инвестиция сәғәте"нең йөҙөнсө ултырышы үтте.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас