Иҡтисад
16 Декабрь 2021, 17:30

Вероника Никишинанан - юғары баһа

Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Республикаға идара итеү үҙәгендә булды.

Вероника Никишинанан - юғары баһаВероника Никишинанан - юғары баһа
Вероника Никишинанан - юғары баһа

Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә ошондай яҙма ҡуйҙы.

"Беҙҙең үҙәкте башҡа төбәктәрҙән айырып торған үҙенсәлек ­– иҡтисади аналитика блогы. Ул Иҡтисади үҫеш министрлығын, Стратегик башланғыстар үҙәген һәм Үҫеш корпорацияһын берләштерә.

Иҡтисади, социаль коммуникациялар һәм мәғлүмәти блоктар эше тураһында Рәсәй экспорт үҙәгенең генераль директоры Вероника Никишинаға һөйләнек. Ул Өфөгә Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығына килде. Башҡортостан Башлығы менән экспортҡа ярҙам итеү саралары хаҡында фекер алышты, "Өфө" индустриаль паркының яңы етештереү комплексын асыуҙа ҡатнашты. Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостандың төп экспортсылары менән осрашты.

Бизнес буйынса беҙҙә ҡыҙыҡһындырырлыҡ нәмәләр күп. Республикаға идара итеү үҙәге нигеҙендәге мәғлүмәт системалары республиканың инвестиция проекттарын күҙәтеп барырға, иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә хәлде анализларға мөмкинлек бирә.

Һанлы үҫеш һәм Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары "Мөһим проекттар менән идара итеү" тигән программа эшләп сығарҙы, унда 100-ҙән ашыу башланғыс урын алған. 2022-лә бөтәһе лә һанлы форматҡа күсһә, был проекттарҙың һөҙөмтәлелеге күпкә артасаҡ.

Башҡа мөһим проекттар ҙа бар. Мәҫәлән, "Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар-Башҡортостан" системаһы сүпте сығарыуҙы күҙәтеүҙә тота.

В. Никишина Республикаға идара итеү үҙәге тураһында шундай һүҙҙәр әйтте: "Был фантастика, мин көслө тәьҫораттар алдым. Бында гениаль локация менән ҙур көнәркәшлек ярашып килә. Үҙәктең эшенә һалынған ойоштороу логикаһы беҙҙең дә ниндәйҙер лайфхактарҙы үҙләштереүебеҙгә лайыҡ", - тип яҙылды Республикаға итеү үҙәге сәхифәһендә.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Вероника Никишинанан - юғары баһа
Вероника Никишинанан - юғары баһа
Вероника Никишинанан - юғары баһа
Вероника Никишинанан - юғары баһа
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас