Иҡтисад
17 Декабрь 2021, 12:00

Өфөлә «Ферма утрауы» асылды

 «Ферма утрауы» кәштәләрендә урындағы етештереүселәрҙең һәм ауыл хужалығы кооперативтарының продукцияһы урын алған.

Өфөлә «Ферма утрауы» асылдыӨфөлә «Ферма утрауы» асылды
Өфөлә «Ферма утрауы» асылды

Башҡортостан ошондай сауҙа нөктәләре селтәрен булдырыу буйынса федераль проектты тормошҡа ашырыу буйынса беренсе төбәк булып тора.  Был аңлашыла ла инде, республикала ет меңдән ашыу хужалыҡ бар. Райондарҙа ауыл хужалығы тауарҙары күләмен арттырыу көнүҙәк мәсьәлә. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә фермерҙарҙың өлөшө тотороҡло үҫә.  Дүрт йыл рәттән Башҡортостан ауыл хужалығы тармағында ҡулланыусылар кооперативтары һаны буйынса илдә тәүгеләр иҫәбендә.  Республикала уларҙың һаны 370-тән артты. Уларҙың төп маҡсаты — кооператив ағзаларының хужалыҡтарында етештерелгән продукцияны эшкәртеүҙе бергәләп ойоштороу. Етештерелгән аҙыҡ-түлек сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа булһа, халыҡ та уны яратып һатып ала.

Тәүге «Ферма утрауы» магазины Өфөлә «Магнит» супермаркетында урынлашҡан, адресы: Баландина бульвары, 9. Бында төрлө сырҙар, һөт аҙыҡтары, ит ризыҡтары, ярым фабрикаттар һәм башҡа продукция алырға була.

  • Беҙҙең фермерҙар һәм ауыл хужалығы кооперативтары уникаль продукцияның күп төрҙәрен етештерә. Ҡымыҙ, ҡорот, ҡаҙы, һөт, ит һәм башҡаһы. Уларҙы магазин кәштәләренә сығарыу мөмкин түгел, нигеҙҙә, ул дана продукты. Был тауарҙарҙы йәрминкәләрҙә, күргәҙмәләрҙә, махсус сауҙа нөктәләрендә һатыуға сығаралар сығарыуын, әммә беҙгә яңы алым уйлап табырға кәрәк ине, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов

"Ферма утрауы" 25 фермерҙы берләштергән. Улар һатып алыусыға мөмкин тиклем төрлө продукция тәҡдим итә. Алты айлыҡ һынауҙы үткәс, бындай кибеттәр күбәйсәк. Йыл аҙағына тиклем Новосибирск, Омск өлкәләрендә асылһа, 2022 йылда Төмән, Мәскәү, һәм башҡа төбәктәрҙә лә эшләй башлаясаҡ. Кибеттәрҙең барыһы ла “Пятерочка”, йә “Магнит” магазиндары эргәһендә асыласаҡ.

 

Фото: Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас