Иҡтисад
18 Декабрь 2021, 15:25

Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалдылар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры Асҡар Мамин Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалды.

Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалдыларСалауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалдылар
Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалдылар

Асҡар Мамин Өфөгә эш сәфәре менән килгән Ҡаҙағстан делегацияһына етәкселек итә. Ҡунаҡтар Өфөләге “Торатау” конгресс-холында барған “Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы-2021: киләсәккә инвестиция” форумы сиктәрендәге бизнес-диалогта ҡатнаша. Форум йомғаҡтары буйынса Башҡортостан менән Ҡаҙағстан предприятиелары араһындағы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.

Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асылған. Уның скульпторы Сосланбәк Тавасиев ошо эше өсөн 1970 йылда СССР Дәүләт премияһына лайыҡ булған. Европалағы һәм Рәсәйҙәге был иң ҙур атлы скульптура гранит менән йөҙләнгән постаментҡа ҡуйылған һәм бейеклеге 9,6 метр тәшкил итә.

 Фото: bashinform.ru. 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас