

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә ошо көндәрҙә “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы” форумы сиктәрендә беҙгә килгән мөһим партнерҙарыбыҙ – Ҡаҙағстан делегацияһы менән осрашыуҙар буйынса тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Бөгөн Башҡортостанда Ҡаҙағстандан, был республиканың Премьер-министры Асҡар Мамин етәкселегендә килгән ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙы сәләмләйбеҙ.
Ҡаҙағстан – Башҡортостандың БДБ илдәре киңлегендәге иң төп партнеры. Улар беҙҙең сауҙа әйләнеше иң ҙур булған өс ил иҫәбенә инә. 2021 йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса беҙҙең республикалар араһында сауҙа әйләнеше 330 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Был тулы 2020 йыл менән сағыштырғанда күберәк.
Сентябрҙә Ҡаҙағстанға барып ҡайтыуыбыҙға күп тә ваҡыт үтмәне кеүек. Әммә байтаҡ эштәр башҡарылды, мөһим килешеүҙәргә өлгәшелде. Беҙ Ҡаҙағстандың төбәктәре менән тығыҙ эшләй башланыҡ. Уртаҡ Евразия иҡтисади үҙәген ойоштороуға сыҡтыҡ. Сәнәғәт кооперацияһы тармағында алға киттек. Сәнәғәт ҡорамалдары, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, ауыл хужалығы техникаһы, медицина ҡорамалдарын поставкалауҙы арттырыу өсөн мөмкинлектәребеҙ бар.
Дөйөм алғанда, беҙҙең хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙең “юл картаһы” бер нисә йылға алдан яҙылған һәм ике яҡ өсөн дә мөһим сараларҙан тора.
Ҡаҙағстан делегацияһының бөгөнгө визиты ла партнерлығыбыҙҙы нығытыуға булышлыҡ итер, тип ышанам”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".