

20 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров видеобәйләнеш форматында аҙналыҡ кәңәшмә үткәрҙе. Унда республиканың ирекле янғын һағы бүлексәләре эше һәм коммуналь ойошмаларҙың газ өсөн иҫәпләшеүе ҡаралды.
Кәңәшмәне асып, Андрей Назаров 2021 йылдың янғын хәүефһеҙлеге йәһәтенән “ныҡлыҡ”ҡа етди һынау булыуы хаҡында белдерҙе.
- Республикала ошонса күп янғындарҙың теркәлеүен хәтерләмәйем. Хәлде төҙәтеү өсөн булған барлыҡ ресурстар йәлеп ителде, шул иҫәптән ирекле янғын һағы бүлексәләре лә. Һәм беҙ ҡуйылған маҡсаттарға өлгәштек. Был ҡиммәтле тәжрибәне артабанғы эштә лә файҙаланырға кәрәк. Киләһе йылдарҙа тотороҡлораҡ темпта үтәсәкбеҙ тип ышанам, - тине Премьер-министр.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың хәбәр итеүенсә, республика ҡалаларының һәм ауылдарының 76 проценты ирекле янғын һүндереү командалары тарафынан яҡлана. Был иң тәү сиратта аҙ кеше йәшәгән йәки йыраҡтағы ауылдар. Бында урындарҙа профессиональ янғын һүндереүселәрҙе ойоштороу иҡтисади йәһәттән отошло түгел.
Ағымдағы йылда ирекле янғын һүндереүсе командалар 2,5 мең янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡан. Был республикала теркәлгән янғындарҙың дүрттән бер өлөшөн тиерлек тәшкил итә.
Андрей Назаров муниципалитеттар башлыҡтарына был йүнәлештә һөҙөмтәлерәк эшләргә ҡушты һәм ирекле янғын бүлексәләре теркәлгән һәм уңышлы эшләгән райондарҙы миҫалға илтерҙе. Бынан тыш, ул райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтарына 2022 йылда ирекле янғын һағын үҫтереү буйынса юл карталарын эшләргә ҡушты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ коммуналь ойошмаларҙың газ өсөн иҫәпләшеүе ҡаралды. 1 декабргә ҡарата торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының тәбиғи газ өсөн “Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдындағы бурысы 874,2 миллион һум тәшкил итә. Газ өсөн ваҡытында түләү мәсьәләһе республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан контролдә тотола.
- Даими рәүештә хакимиәттәрҙең һәм йылылыҡ менән тьмин итеүсе ойошмаларҙың бурысты ҡаплау графигын башҡарыуы хаҡында даими иҫкәртәбеҙ. 2022 йылдың 1 ғинуарына ойошмалар тарафынан газ өсөн иҫәпләшеү графигы мотлаҡ рәүештә үтәлергә тейеш, - тип белдере республиканың торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев.
Тәбиғи газ өсөн бурысты ҡаплау графигы республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫланған. Муниципаль берәмектәр хакимиәттәренә уны мотлаҡ үтәргә ҡушылған.
Фото: pravitelstvorb.ru