Иҡтисад
20 Декабрь 2021, 15:15

Был тармаҡ та әүҙем үҫешә

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә төбәк предприятиеларының Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге менән үҙ-ара тығыҙ килешеп эш итеүен көйләргә ҡушты.

Был тармаҡ та әүҙем үҫешәБыл тармаҡ та әүҙем үҫешә
Был тармаҡ та әүҙем үҫешә

Башҡортостандың еңел сәнәғәт предприятиелары 2023 йылдан алып үҙҙәренең тауарҙарын илдең башҡа төбәктәренә сыҡмай, республикала сертификация үткәрә аласаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән опертив кәңәшмәлә Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге директоры Сергей Севницкий белдерҙе.

– Үҙәк үҙенең мөмкинлектәрен бик әүҙем үҫтерә. Беҙ электр энергияһы, яҡтыртыу приборҙары, аҙыҡ-түлек тауарҙары һәм сеймалы сифатын һынайбыҙ, шулай уҡ радиация контроленә бәйле һынауҙар үткәрәбеҙ, – тине Сергей Севницкий. – Башҡортостандың еңел сәнәғәте тауарҙарына килгәндә, әлегә сертификация һынауҙарын үткәреү өсөн өлгөләрҙе Мәскәү өлкәһенә алып барырға тура килә. Был мотлаҡ рәүештә уның үҙҡиммәте һәм дәғүәгә һәләтлегендә сағыла. 2023 йылдың тәүге ярты йыллығында Өфөлә урындағы һынау лабораторияһы эшләй башлай. Ул күҙәтеү органдарына еңел сәнәғәт изделиеларын намыҫһыҙ тәьмин итеүселәргә ҡаршы торорға һәм шул рәүешле урындағы етештереүселәрҙе яҡларға мөмкинлек бирә.

Төбәк етәксеһе республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға киләһе “Юғарыға ос!” мәғариф форумына мәктәп формаһын етештереүҙе сертификациялау мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.

- Башҡортостан предприятиеларында сығарылған иң яҡшы өлгөләрен күрһәтегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо йәһәттән Өфөләге яңы һынау үҙәге бик урынлы буласаҡ. Хәҙер еңел сәнәғәт предприятиелары үҙ продукцияһын республикала сертификациялай аласаҡ.

Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге директоры шулай уҡ, 2022 йылдың апрелендә үтәсәк Рәсәй сәнәғәт форумына Росстандарт станоктар эшләү буйынса стандартлаштырыуҙың биш йыллыҡ перспективалы программаһын әҙерләйәсәк, тип хәбәр итте. Был документ Башҡортостан предприятиелары һәм тотош тармаҡ өсөн реаль ярҙам буласаҡ, ватан продукцияһының сифатын һәм конкуренцияға һәләтлеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә төбәк предприятиеларының Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге менән үҙ-ара тығыҙ килешеп эш итеүен көйләргә ҡушты.

- Үҫешеүегеҙ һәм республика предприятиеларына баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтеүегеҙ бик яҡшы, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас