

2021 йылда Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиелары тейәп оҙатҡан продукцияның күләме, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 11,2 миллиард һумға етергә тейеш. Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итте.
Тармаҡ етештереүселәренә ярҙам итеү республика программаһы ярҙамында еңел сәнәғәт етештереүҙең йыллыҡ планын үтәй, тине ул. 2024 йылға тиклем тейәп оҙатыуҙың маҡсатлы күрһәткесе 16,8 миллиард һумға тиклем артырға тейеш.
Тармаҡты үҫтереүгә дәртләндереүсе төп саралар тип Александр Шельдяев 46 етештереүсегә сеймал һәм материалдар һатып алыуға субсидияларҙы, шулай уҡ технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауҙы атаны - уны 41 предприятие алды.
Бынан тыш, быйыл апрелдә Өфөлә үткән Рәсәй сәнәғәт форумында республиканың тегеү производстволары бушлай нигеҙҙә ҡатнашты. Шулай уҡ ҡунаҡтарға киң ҡулланылыштағы тауарҙар һәм халыҡ кәсептәренең үҙенсәлекле әйберҙәрен күрһәттеләр.
Министр билдәләүенсә, тармаҡта әле һаман белгестәр – тегеүселәр, бесеүселәр, туҡыусылар һәм технологтарҙың етешмәүе күҙәтелә.
Төбәк Башлығы ҡушыуы буйынса, республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы Башҡортостанда Сәнәғәтте үҫтереү программаһы сиктәрендә халыҡ художество кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен үҫтереү буйынса саралар планын әҙерләгән. Унда күргәҙмә майҙансыҡтарында ошондай предприятиеларҙы презентациялау буйынса саралар һәм һалым ташламалары бар.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә еңел сәнәғәт предприятиеларын сауҙа интернет-майҙансыҡтарында алға ебәреү кәрәклеген иҫәпкә алып, саралар комплексын эшләргә ҡушты.
– Беҙҙең еңел сәнәғәткә ярҙам итеү программаһы, ысынлап та, эшләй. Яңы предприятиелар барлыҡҡа килә, тармаҡҡа инвесторҙар килә башланы, – тине Радий Хәбиров. – Әммә бында ҙур эш күләме ҡала әле. Халыҡ кәсептәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шул иҫәптән республика етештереүселәрен маркетплейстарға сығарыуға айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Был көнүҙәк тенденция, ошо йәһәттән мөмкинлектәребеҙҙе файҙаланыу мөһим.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.