

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Романовка” 110 кВ подстанцияһы (“Система” акционерҙар финанс корпорацияһына ингән “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамсы предприятиеһы) эшенә старт бирҙе.
Яңы объект Өфөнөң Дим районын, Өфө районының Романовка, Мармылев һәм Ветошниково ауылдарын, шулай уҡ Ағиҙел аръяғының төҙөлә башлаған торлаҡ комплекстарын электр энергияһы менән тәьмин итәсәк.
Республика етәксеһе белдереүенсә, Өфө агломерацияһы өсөн мөһим объектты эшкә ҡушыу Энергетик көнө алдынан булды. Ул ғына түгел, быйыл республиканың энергосистемаһы үҙенең 90 йыллыҡ юбилейын да билдәләй.
– 110 киловольт көсөргәнеш класлы “Романовка” подстанцияһы Башҡортостанда ошондай 372-се объект булды. Ул Ағиҙел аръяғында торлаҡ төҙөлөшөн, коммуналь инфраструктураны, етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. “Стимул” федераль программаһы сиктәрендә беҙ был перспективалы биләмәлә һыу үткәргес һәм канализация төҙөйбөҙ. Был 70 меңдән ашыу кеше йәшәйәсәк 2 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индерергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Хөрмәтле энергетиктар! Һеҙгә был подстанция өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Уңыштар һәм һаулыҡ теләйем.
Ярҙамсы станцияны асыу тантанаһында “Система” акционерҙар финанс корпорацияһының башҡарма вице-президенты Михаил Маргелов һәм идара рәйесе – “БЭСК” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Гурин ҡатнашты.
– Энергия объекттарын төҙөү буйынса планлы рәүештә эш алып барабыҙ, - тине ул. – Барлыҡ коллегаларымды етеп килгән Энергетиктар көнө менән ҡотлайым. Яңы йылдың нисек кенә һалҡын һәм ҡарлы булыуына ҡарамаҫтан, ул “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы”ның йылыһы менән йылытылыр, тип ышанам.
Тантананан һуң Радий Хәбиров менән Михаил Маргелов 2020 йылдың майында төҙөлә башлаған яңы подстанцияның эше менән танышты. Генераль подрядсыһы – “БЭСК Инжиниринг” компанияһы. Эштәрҙең хаҡы 294 миллион һум тәшкил иткән.
“Романовка” станцияһында заманса электротехник ҡорамалдар урынлаштырылған, улар арҡаһында объектты һанлы подстанцияларҙың яңы быуынына индерергә мөмкин. Уларҙың ағымдағы файҙаланыуы кешенең даими килеүен талап итмәй, уға телемеханика саралары ярҙамында дистанцион идара итәләр.
Һуңғы алты йылда “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” Өфөлә һәм райондарында 35-тән 220 кВ-ға тиклем ун подстанцияны файҙаланыуға тапшырған. Планда – “Романовка” подстанцияһының икенсе сиратын, шулай уҡ Благовещенда һәм Иглиндә подстанциялар төҙөү.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.