Иҡтисад
21 Декабрь 2021, 11:50

“Алға”ла яңы предприятие асылды

Проектҡа 300 миллион һум инвестиция йүнәлтелгән.

“Алға”ла яңы предприятие асылды“Алға”ла яңы предприятие асылды
“Алға”ла яңы предприятие асылды

Бөгөн Ишембай районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә яңы производство – яҡтылыҡ диодлы лампалар һәм яҡтыртҡыс ҡорамалдары етештереү буйынса “ЗУР” предприятиеһын сафҡа индереүҙә ҡатнашты.

2020 йылда компания заманса етештереү комплексы асыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлағайны. Бында урам яҡтыртҡыстары, металл конструкциялар һәм ярҙамсы ҡорамалдар сығарыла. Проектҡа 300 миллион һум инвестиция йүнәлтелгән.

Былтыр ноябрҙә төҙөлөш майҙансығында республика Башлығы Радий Хәбиров булғайны. Ул проектты тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Күҙәтеү советының тәүге ултырышында проекттың артабанғы үҫеш мөмкинлеге тикшерелде.  

Заводты асыу тантанаһында Радий Хәбиров етештереү биналарын һәм продукция өлгөләрен ҡарап сыҡты, коллектив менән аралашты. Ул предприятие хеҙмәткәрҙәрен эштең башланыуы менән ҡотланы. Артабан республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, “ЗУР” йәмғиәтенең генераль директоры Ринат Зөбәйҙуллин етештереү комплексын эшкә ҡушыуҙың символик төймәһенә баҫты.

– Предприятиеның асылыуы – республика өсөн ҙур байрам. Иҡтисадҡа етди инвестиция һалынасаҡ, яңы эш урындары булдырыласаҡ, сифатлы продукция сығарыласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостанда биләмәләрҙе төҙөкләндереү, халыҡҡа уңайлы ҡала мөхите булдырыу йәһәтенән етди эш алып барыла, шуға күрә бында сығарылған яҡтылыҡ ҡорамалдарына ихтыяж булыр, тип ышанам.  

Предприятиеның генераль директоры Ринат Зөбәйҙуллин коллектив исеменән республика етәкселегенә проектҡа булышлыҡ иткән һәм “Алға” биләмәһендә инвесторҙар өсөн ылыҡтырғыс шарттар тыуҙырған өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ Радий Хәбировты предприятиены киңәйтеү планы менән таныштырҙы.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148521.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148521.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас