Иҡтисад
21 Декабрь 2021, 12:20

“Аркада” күпләп эш кейеме тегергә ниәтләй

Бында 800 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.

“Аркада” күпләп эш кейеме тегергә ниәтләй“Аркада” күпләп эш кейеме тегергә ниәтләй
“Аркада” күпләп эш кейеме тегергә ниәтләй

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһында тәүге ике предприятиеның эшенә старт бирҙе. “Аркада” сәнәғәт берекмәһе - эш кейеменең киң ассортиментын, ә “ЗУР” компанияһы яҡтылыҡ диодлы һәм яҡтыртҡыс ҡорамалдар сығара.

«Аркада» компанияһы заманса тегеү предприятиеһын асыу буйынса инвестиция проектын тәүге тапҡыр 2020 йылдың ғинуарында «Инвестиция сәғәте»ндә тәҡдим иткәйне, ә уҙған йылдың сентябрендә ул яңы ойошторолған «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденты статусын алды. Проектҡа 680 миллион һум инвестиция йүнәлтелгән. Тулы етештереү ҡеүәтенә сығыу менән бында 800 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.

Персонал әҙерләү өсөн тейешле юл картаһы раҫланды, ҡыҫҡа ваҡытлы һөнәри белем биреү программалары әҙерләнде. Быйыл Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Ишембай һәм уларға яҡын райондарҙа йәшәгән эшһеҙ 212 кеше һөнәри белем алды. 194 кеше эшкә тотондо ла инде. Яңы фабриканың дөйөм майҙаны – 10 мең квадрат метр самаһы. Ул йылына 220 меңгә яҡын кейем тегәсәк.

Производствоны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Аркада» етештереү берекмәһе етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен, шулай уҡ «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденттарын мөһим ваҡиға – ошо майҙансыҡта тәүге предприятиеның эшләй башлауы менән ҡотланы.

Тантанала республика Башлығы дәүләт наградаларын тапшырҙы. Унан һуң Радий Хәбиров менән “Аркада” берекмәһенең Директорҙар советы рәйесе Михаил Цукерман фабриканың етештереү һәм көнкүреш биналарын ҡараа сыҡты, дөйөм ятаҡта булды, «Аркада» берекмәһе хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт һәм ял шарттарын баһаланы.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148505.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148505.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас