Иҡтисад
21 Декабрь 2021, 13:30

Бында 100 миллион һум тупланған

Сумманы ҡайҙа йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

Бында 100 миллион һум тупланғанБында 100 миллион һум тупланған
Бында 100 миллион һум тупланған

Башҡортостандың Венчур фондында әлеге мәлдә 100 миллион һум тупланған. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.

“Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙнаһы-2021: киләсәккә инвестиция” форумында хәбәрселәр алдында сығыш яһап, ул ошо сумманың беренсе сиратта республикала пилотһыҙ авиация кластеры ойоштороуға тотоноласағы тураһында әйтте.

“Венчур фондының капитализацияһы оҙаҡ йылдар уның аппаратын тотоуға китеп торҙо. Ниһайәт, улар менән шөғөлләнеү форсатына ла өлгәштек. Сумманы ҡайҙа йүнәлтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде лә инде, әле беҙ уның кәрәкле механизмын эшләйбеҙ”, – тине Рөстәм Моратов. Венчур фондының маҡсаты – Башҡортостандың фәнни-техник даирәһендә бәләкәй предприятиеларҙы финанслау инфраструктураһын булдырыу.

Фото: bashinform.ru

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас