Иҡтисад
21 Декабрь 2021, 09:50

Экспортты үҫтереү - мөһим бурыс

Республикала экспортҡа булышлыҡ итеү сараларын һәм механизмдарын камиллаштырыу буйынса системалы эш алып барыла.

Экспортты үҫтереү - мөһим бурысЭкспортты үҫтереү - мөһим бурыс
Экспортты үҫтереү - мөһим бурыс

20 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән ултырышта “Башҡортостан экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу һәм уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса сығымдарҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә субсидиялар биреү тәртибенә үҙгәрештәр индереүҙе тикшерҙеләр. Хөкүмәт өсөн тейешле ҡарар проектын республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы әҙерләгән.

Андрей Назаров республикала экспортҡа булышлыҡ итеү сараларын һәм механизмдарын камиллаштырыу буйынса системалы эш алып барыла тине. Был федераль кимәлдә 10 декабрҙә “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумы сиктәрендә лә билдәләнде. Ул саҡта, Башҡортостанда илдең иң һөҙөмтәле экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәктәренең береһе эшләй, тиелгәйне.

- Уҙған йылдың ун айындағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 21,5 процентҡа артҡан һәм 3,7 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта экспорт күләме 17,6 процентҡа артҡан һәм 2,9 миллиард доллар кимәлендә. Ағымдағы йылдың туғыҙ айында республикалағы сеймал булмаған энергетикаға ҡараған тауарҙар экспорты 43 процентҡа артҡан һәм 1,8 миллиард доллар тәшкил итә. Уның өлөшө республика экспортының дөйөм күләменән 70 процент самаһы тәшкил итә. Беҙ экспортҡа булышлыҡ итеү өсөн тейешле инфраструктура булдырҙыҡ – Рәсәй экспорт үҙәгенең Өфө бүлексәһе һәм республика Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге эшләй, уның эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә, – тине Андрей Назаров.

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары проекты “Башҡортостан экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу һәм уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса сығымдарҙы финанс яҡтан тәьмин итеүгә субсидиялар биреү тәртибенә үҙгәрештәр индереү маҡсатында эшләнгән. Был тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетын министрлыҡҡа әйләндереүгә бәйле.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәктәре эшмәкәрлеген көйләү, уларҙы булдырыу һәм үҫтереү буйынса талаптар ҡаралған. Мәҫәлән, яңыртылған бойороҡ “Берҙәм тәҙрә” мәғлүмәт системаһында эшләү буйынса мотлаҡ талап индерә, “Минең бизнесым” үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә экспорт эшмәкәрлеген популярлаштырыу буйынса мотлаҡ сараларҙы киңәйтә, “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә экспорт эшмәкәрлеген алып барыу мәсьәләләре буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының үҙ-ара эш итеүе өсөн төркөмдәр булдырыуҙы күҙ уңында тота, ошо маҡсатта күрһәтелгән хеҙмәттәргә яңы талаптарҙы индерә.

Башҡортостан бюджетында Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәген булдырыуға һәм үҫтереүгә быйыл 151,3 миллион һум аҡса ҡаралған, шуның 40,7 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан, 110,6 миллион һумы – федераль аҡса, шул иҫәптән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы” төбәк проекты сиктәрендә 112,7 миллион һум ҡаралған. Шулай уҡ Үҙәк алдында 70 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты эшмәкәрлеген экспортҡа сығарыу бурысы тора.

- Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге әүҙем эш алып бара, уның хеҙмәттәре Башҡортостан предприятиелары араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Республика экспортҡа ярҙам үҙәгенең бурысы – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбенән экспортcылар һәм экспортҡа йүнәлеш алған ойошмалар өсөн финанс булмаған хеҙмәттәр күрһәтеү, уларҙың халыҡ-ара баҙарына сығыуына булышлыҡ итеү, – тине Маргарита Болычева.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54149

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас