Иҡтисад
21 Декабрь 2021, 11:15

Инвестиция проекттары өсөн ер участкаһы бирелә

Ҡуртымға ер алыр өсөн район хакимиәтенә, йә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығына ғариза яҙырға кәрәк.

Инвестиция проекттары өсөн ер участкаһы биреләИнвестиция проекттары өсөн ер участкаһы бирелә
Инвестиция проекттары өсөн ер участкаһы бирелә

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы райондарҙа төрлө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары менән тәьмин итеү эшен дауам итә. Быйыл эшҡыуарҙар үҙ эше өсөн 10 участканы ҡуртымға алыу мөмкинлегенә эйә.

– Ергә мохтаж эшҡыуарҙарҙың һәр үтенесен ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Благовещен районы һәм Благовещен ҡалаһынан баҡса еләген үҫтереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы таптыҡ. Тиҙҙән эшҡыуар 20 гектар ерҙе ҡуртымға аласаҡ, — тине ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғиззәтуллин. Был проект сиктәрендә 40 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла.

Бынан тыш, быйыл республика райондарында эшҡыуарҙарға офис өсөн бинаны ҡуртымға алыу, Нуриман районында юл буйындағы хеҙмәтләндереү объекты өсөн ер, Баҡалыла магазин, крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырыу һәм инвестиция проекттары өсөн кәрәкле башҡа объекттар өсөн ер алыу мөмкинлеге бирелде.

Бөтә район һәм ҡалаларҙа даими рәүештә ер участкалары, шулай уҡ муниципаль предприятиеларға һәм учреждениеларға бирелгән мөлкәт исемлеге тулыландырыла (исемлектә бөтәһе 2924 объект бар). Исемлек менән район хакимиәттәре сайттарында танышырға мөмкин.

Дәүләт милкен ҡуртымға алыу өсөн район хакимиәтенә, йә республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза яҙырға, аукционда ҡатнашырға кәрәк. Артабан эшҡыуар менән килешеү төҙөлә. Ҡуртым хаҡына ташлама ҡаралған (беренсе йылда ҡуртым хаҡының 40 процентын ғына түләргә кәрәк, икенсеһендә — 60 %, өсөнсөһөндә — 80 % һәм дүртйылдан ғына эшҡыуар бөтә сығымдарҙы түләй башлай).

Фото: inpodolsk.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас