Иҡтисад
21 Декабрь 2021, 16:30

Уңыш сере ниҙә?

Радий Хәбиров: "Иң мөһиме - беҙҙең тырышлыҡ хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш. Был – яҡшы эш хаҡы, социаль яҡлау, хөрмәт".

Уңыш сере ниҙә?Уңыш сере ниҙә?
Уңыш сере ниҙә?

21 декабрҙә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан “Алға” махсус иҡтисади зонаһында тәүге ике предприятиены эшкә ҡушҡандан һуң Башҡортостан Башлығы республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән аралашты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ике яңы предприятиены уңышлы сафҡа индереүҙең сере нимәлә? Был майҙанды үҫтереү буйынса ниндәй яңы пландар бар? Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына аныҡ яуап бирҙе.

“Барыһынан да элек шуны әйткем килә, үткән аҙнала Мәскәүҙә Рәсәй махсус иҡтисади зоналарының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе милли рейтингы һөҙөмтәләрен иғлан иткәндә беҙҙең “Алға” илдә йылдам үҫешкән майҙан тип танылды.

Махсус иҡтисади зоналар тарихында йыл ярым ваҡыт эсендә дөйөм инвестициялар күләме 23 миллиард һумлыҡ ун резидент барлыҡҡа килеү ваҡиғаһы күҙәтелгәне булманы. Тағы ла алда 30 миллиард һумлыҡ суммаға инвестициялар менән 11 резидент проекттары тора. Уңыштың сере – теләк һәм эҙмә-эҙлекле эш. Рәсәйҙә 42 махсус иҡтисади зона бар. Әммә бөтәһе лә уңышлы үҫешмәй. Шуға күрә беҙ махсус иҡтисади зона төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә иңебеҙгә ниндәй яуаплылыҡ алғаныбыҙҙы аңланыҡ.

Тәүҙә оператив рәүештә “Алға” зонаһы сиктәрендә ҡалған ерҙәрҙе ҡуртымға биреүҙе тамамларға тейешбеҙ. Ул 120 гектар тирәһе. Бынан һуң махсус иҡтисади зонаны киңәйтеү буйынса эште башлаясаҡбыҙ, шул иҫәптән башҡа муниципалитеттарҙағы яңы майҙандарҙа. Был хаҡта Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы менән фекер алыштыҡ.

Беҙҙең алда тағы ла юғарыраҡ кимәлдәге бурыс тора – инновациялы фәнни-техник үҙәк төҙөү. Бының өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарары кәрәк. Был  –инновация, фән һәм техниканың ҡушылыуы, донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге сиктәрендә беҙ башлаған зштең дауамы”, – тине Радий Хәбиров.

Ул коронавирустан һуң республика иҡтисадының тергеҙелеүен билдәләне. “Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың сәнәғәт етештереү индексы ун ай эсендә 104,5 процент тәшкил итте. Йылды тағы ла биш процентҡа арттырып тамамларбыҙ, моғайын. Инвестициялар үҫешен билдәләйбеҙ. Шуға күрә йылды лайыҡлы тамамлайбыҙ. Иң мөһиме - беҙҙең тырышлыҡ хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш. Был – яҡшы эш хаҡы, социаль яҡлау, хөрмәт. Шуға күрә Башҡортостан Хөкүмәтенә ошоға ярашлы программа әҙерләргә ҡуштым”, – тип белдерҙе республика етәксеһе.

Сығанаҡ:https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148528.html

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас