

Быйыл яҙ Өфөләге ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәһендә Рәсәй сәнәғәт форумы булғайны, өс көн барған был форумда Рәсәйҙең 12 төбәгенән 130 компания ҡатнашты. Улар араһында Стәрлетамаҡтағы һанлы программа менән идара ителгән “М-Робо” заводы барыһының да иғтибарын йәлеп итте.
Республиканың Инвестиция комитеты Стәрлетамаҡтағы был заводтың яңы етештереү майҙаны проектын былтыр мартта раҫлағайны. Республика ярҙамы менән “М-Робо” компанияһына Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 15 миллион һумлыҡ ташламалы кредит бирелгән һәм ошо аҡсаға технологик ҡорамалдар һатып алған.
Компания етәксеһе Павел Алешин Башҡортостан Башлығына һырлап фрезлау станогында эшләнгән тәүге өлгөнө лә күрһәтте.
– Беҙҙә күптәнге һәйбәт йола бар: бөтә күргәҙмәләр һәм форумдарҙа ниндәй ҙә булһа етештереү ҡеүәтен асабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн дә Рәсәй сәнәғәт форумында “М-Робо” компанияһының станоктар етештереү буйынса яңы линияһына ҙур теләк менән башланғыс бирәбеҙ.
Завод директоры әйтеүенсә, был компания етештергән тәүге 10 станок Өфөлә ҡалдырылған – улар баш ҡалалағы моторҙар берекмәһендә үҙ хеҙмәтен күрһәтә башланы ла инде.
“М-Робо” – һанлы программа менән идара ителгән юғары технологиялы станоктар, мехатроника һәм робот техникаһы өлгөләрен булдырыусы һәм етештереүсе. Бында ошондай станоктарҙың 30-ҙан ашыу төрөн эшләп сығаралар һәм уларҙың хәҙерге заман талаптарына нығыраҡ яраҡлашҡан яңынан-яңы моделдәрен булдырыу эшмәкәрлегенең бер ҡасан да туҡталғаны юҡ.
Рәсәй сәнәғәт форумында күрһәтелгән өлгө лә бөгөнгө талаптарға ярашлы барлыҡҡа килгән һәм юғары көнәркәшлеккә эйә булыр, тип өмөт итәләр. Компанияның ғилми-методик хеҙмәттәше – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ҡарамағындағы “Сәнәғәт робот техникаһы һәм медицина физикаһы” ғилми-мәғариф үҙәге. Бында компания белем биреү технологияларын машиналар эшләү һәм робот техникаһы тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә ҡулланыу буйынса ҙур эш башҡара. Үҙәктә эшселәрҙе яңы алымдарға өйрәтеү, уларҙы ғәмәли күнекмәләр һәм лаборатор заданиелар аша заманса эшләргә әҙерләү ҙә даими бара икән. “Был беҙгә үҙ алдыбыҙға ҡуйылған бурыстарҙы тиҙ, сифатлы һәм йоғонтоло хәл итеү шарттарын тыуҙыра”, – тине Павел Алешин.
Бөгөн “М-Робо” компанияһы – Рәсәйҙең юғары технологиялы продукция етештереү буйынса абруйлы үҙәктәренең береһе. Заводтың етештереү майҙаны ике мең квадрат метрҙан ашыу ерҙе биләй, унда илткән юлдар уңайлы итеп эшләнгән, белгестәр бөтә кәрәкле ҡорамалдар, транспорт, тейәү-бушатыу техникаһы менән тәьмин ителгән.
– Башҡортостан – Рәсәйҙең төп сәнәғәт төбәктәренең береһе. Республиканы барыһынан элек уның Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөтә илдә күрәләр һәм ишетәләр, – тине Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Алексей Вовченко, форумда республиканың ошондай яңы предприятиеларына юғары баһа биреп.