Иҡтисад
21 Декабрь 2021, 10:59

Һыйырҙы кем һауыр?

Башҡортостанда өс һөт-тауар фермаһы һауыусы роботтар менән йыһазландырылды. Һуңғыһы йыл аҙағында асылды. Был юлы “ДеЛаваль” швед компанияһының ҡорамалдары Иглин районының “Агротех” предприятиеһында урынлаштырылды.

Лизинг буйынса һатып алынған уңған робот-һауынсыларҙың хаҡы 42 миллион һумға барып баҫҡан. Аграр-сәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса республика програм­маһы ярҙамында ауыл хужалығы предприятиеһы сығымдар­ҙың яртыһына тиклемен ҡаплауға иҫәп тота ала.

“Агротех” предприятиеһының Ленин бүлексәһендә роботлаштырылған һауын залын эшләтеп ебәреү мәлен барып күрҙек.

— Һауын роботтары юғары сифатлы продукция алырға ярҙам итә. Һыйырҙар һанын арттырмайынса, етештереүсәнлекте күтәреү – бөгөнгө заман талабы. Бынан тыш, кешенән айырмалы рәүештә, роботтар хаталанмай, арымай. Бындай ҡорамалдар – ауыл хужалығының киләсәге. Һөт, ит һәм башҡа малсылыҡ продукттары етештереүҙе юғары кимәлгә еткереү беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Агротех” ауыл хужалығы предприятиеһы Иглин районында иң ҙуры һанала. Бында меңдән ашыу һыйыр малы бар, шуның 500-ҙән ашыуы – һауын һыйыры. Хужалыҡ “айшир” тоҡомона өҫтөнлөк биргән. Биш малсылыҡ объекты бар. Шуларҙың береһе генә “500 ферма” програм­маһы буйынса төҙөлгән һәм, әле төҙөкләндерелеп, заманса ҡорамал­дар менән йыһазландырылған. Хужалыҡ һуңғы йылдарҙа малсылыҡ объекттарын әүҙем яңырта, сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн республика бюджетынан субсидия ала. Әйтәйек, былтыр ғына яуаплылығы сикләнгән “Агротех” компанияһына был өлкәлә алты миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы бүленгән.

– Ике робот һатып алыу һәм ҡуйыу – хужалыҡты яңыртыуҙың беренсе өлөшө генә, – тине “Агротех” ком­панияһы етәксеһе Камил Нафиҡов. – Артабан ҡорамалдарҙы яңыртыу, елләтеү, малсылыҡ бинаһын төҙөк­ләндереүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Тағы ла ике һауын роботы һатып алырға ниәтләнәбеҙ, – ти ул.

Малдарға роботтарға өйрәнеү әллә ни ауыр булмаясаҡ. Әлбиттә, тәүге һауын уларҙы әҙерәк аптыратты. Әммә киләсәктә роботтар һыйырҙарҙы көнөнә дүрт-алтышар тапҡыр һауасаҡ. Ҡоролмала лаборатория бар. Компьютер һыйырҙың күпме һөт биргәнен, уның сифатын, малдың һаулығын шунда уҡ “уҡый”.

Роботтар тәүлек әйләнәһенә дистанцияла эшләй. Һыйырҙың еленен йыуа, йыуынты һыу айырым канализация буйлап түгелә. Һөт сифатында норманан тыш тайпылыштар булған­да, икенсе феләктәргә йүнәлтелә. Ҡора­малдар ҙа ентекле итеп йыуҙы­рыла. Иң мөһиме – һөткә һауа тәьҫир итмәй, шуға бактериялар ҙа эләкмәй.

Роботлаштырылған һауын техникаһында һөт ябыҡ циклда һауып алына. Һуңынан махсус датчиктар ярҙамында һыуытҡысҡа ебәрелә. Мал рационын төҙөүҙә, һөттөң сифатын тикшереүҙә һәм генетиканы көйләүҙә был роботлаштырылған һауын техникаһы иң ышаныслыһы тип һанала.

Республикала һауын роботтары менән йыһазландырылған өсөнсө хужалыҡ эшмәкәрлегенең һөҙөмтәле буласағына шик юҡ. Әлеге мәлдә көн һайын 3,5 тонна һөт етештерәләр, тиҙҙән был һанды биш тоннаға еткерергә йыйыналар.

Читайте нас