Иҡтисад
22 Декабрь 2021, 13:30

Һанлаштырыу иҡтисади күрһәткестәрҙе арттыра

Башҡортостанда тормошҡа ашырылған хеҙмәттәр Рәсәйҙә бизнес үҫешенең һөҙөмтәлелегенә һәм иҡтисади күрһәткестәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Һанлаштырыу иҡтисади күрһәткестәрҙе арттыраҺанлаштырыу иҡтисади күрһәткестәрҙе арттыра
Һанлаштырыу иҡтисади күрһәткестәрҙе арттыра

Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығының ярҙамы менән һуңғы айҙа ғына Башҡортостандың 1161 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы компьютерҙарҙы хеҙмәтләндереү программаларын илле процент ташлама менән һатып алған.

Федераль министрлыҡ ноябрҙә башлап ебәргән яңы ярҙам сараһы һанлаштырыуҙы әүҙем индереү һөҙөмтәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ компанияларҙың хеҙмәт һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкинлек бирҙе.

"Ярҙам идеяһы ябай: киң таралған программа тәьминәте продукттары ике тапҡырға арзанайҙы, хаҡ айырмаһы программа төҙөүсегә федераль ҡаҙна иҫәбенә компенсациялана. Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, республика ойошмалары был сараны әүҙем файҙаланған", — тине Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Министр шулай уҡ дәүләт идаралығын һанлаштырыу, популяр дәүләт хеҙмәттәрен граждандар һәм бизнес өсөн электрон формаға күсереүгә айырым иғтибар бүлде. 2020 йыл аҙағында төбәк яңы республика платформаһына күсте, ул үҙаллы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика кимәлендә Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталына яңы өҫтәмәләр индерергә мөмкинлек бирҙе. Быларҙың барыһы ла хеҙмәттәрҙең электрон формаларын эшләү процесын һиҙелерлек тиҙләтте, сығымдарҙы кәметте һәм хеҙмәттәр күрһәтеүҙең бөтә эске процестарын электрон формала күҙәтергә, анализларға юл асты.

"Сағыштырыу өсөн: һанлаштырыуға тиклем хеҙмәтләндереү хаҡының бер формаһын 150 мең һумдан 300 меңгә тиклем торған һәм министрлыҡ йылына биш-ете яңы хеҙмәт сығарған. Хәҙер быны бер нисә көн эсендә эшләй алабыҙ, шул уҡ ваҡытта сығымдар ҙа күтәрелмәй тиерлек", — ти министр.

Шулай уҡ республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының бөтә дәүләт хеҙмәттәренең 93 проценты электрон формала күрһәтелә. Ерҙе файҙаланыу һәм төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәр тапшырыу махсус төҙөлөш хеҙмәтен үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора. Был хеҙмәт ер участкаһын һайлап алыуҙан башлап файҙаланыуға тапшырылғандан алып төҙөлөшкә ҡағылышлы хеҙмәттәрҙе теркәү аша үтергә мөмкинлек бирә.

Әле проект "Төҙөлөш" таблицаһында Төбәк йәмәғәт хеҙмәттәре порталында пилот режимында тормошҡа ашырыла башланы. Тулы көсөнә ул декабрь аҙағында инәсәк.

"Иҡтисадты һанлы үҙгәртеп ҡороу дәүләт идаралығын һанлаштырыу менән туранан-тура бәйле. Башҡортостанда тормошҡа ашырыуға өлгәшкән хеҙмәттәр дөйөм Рәсәйҙә бизнес үҫешенең һөҙөмтәлелегенә һәм иҡтисади күрһәткестәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә", — тине Геннадий Разумикин.

Фото: Башҡортостандың һанлы үҫеш министрлығы сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас