

Ишембайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Алға” махсус иҡтисади зонаһы Күҙәтеү советының икенсе ултырышын үткәрҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Рәсәй махсус иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен сағылдырған V Милли рейтинг һөҙөмтәләре буйынса “Алға” илебеҙҙә иң йылдам үҫкән майҙансыҡты тәшкил итте.
– Бында 23 миллиард һумлыҡ инвестиция йүнәлтеүҙе һәм 1700-гә яҡын эш урыны булдырыуҙы планлаштырған 10 резидент теркәлде лә инде. Бөгөн беҙ тәүге ике производствоны –“Аркада” һәм “ЗУР” предприятиеларын астыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Ошо эштә ҡатнашҡандарға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Беҙҙең махсус иҡтисади зонаны федераль кимәлдә лә юғары баһаланылар. Уҙған аҙнала Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Валентинович Мантуров менән осраштым. Ул еңел сәнәғәттәге ҡаҙаныштарыбыҙҙы билдәләне. Белеүегеҙсә, республикабыҙҙа еңел сәнәғәткә булышлыҡ итеү программаһын ҡабул иттек.
Республика Хөкүмәте алдында торған бурыстар иҫәбендә Башҡортостан Башлығы хеҙмәткәрҙәргә юғары эш хаҡы, льготалар һәм өҫтөнлөктәр рәүешендә социаль ярҙам күрһәткән, еңел сәнәғәткә ярҙам итеү программаһын ҡабул иткән предприятиелар өсөн өҫтәмә дәртләндереү сараларын әҙерләү кәрәклеген билдәләне.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов “Алға” махсус иҡтисади зонаһын артабан үҫтереү планы тураһында һөйләне, төп бурыстарҙы билдәләне. Радий Хәбиров Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһына “Алға”ның потенциаль резиденттары менән әүҙемерәк эшләргә һәм инфраструктураны үҫтереүгә айырым иғтибар бирергә ҡушты.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров махсус иҡтисади зонала предприятиелар төҙөгәндә һәм уларҙың эшен ойошторғанда тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте үтәлешенә контроль саралары тураһында сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе “Алға” зонаһына яҡын ауылдар халҡы менән конструктив аралашыуҙы яйға һалырға ҡушты.
Ултырышта ҡатнашыусылар махсус иҡтисади зоналағы резиденттарҙың эшендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. “Аркада” тегеү фабрикаһы Евгений Романов предприятиела кадрҙар проблемаһын хәл итеүҙә һәм персоналды уҡытыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, министрлыҡтарға һәм ведомстволарға рәхмәт әйтте, яҡындағы ауылдарҙан махсус иҡтисади зонаға йәмәғәт транспорты рейстарын ойоштороу зарурлығын билдәләне. Радий Хәбиров Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына фабрика персоналының “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектында ҡатнашыуы мәсьәләһен ҡарарға, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ике аҙна эсендә “Алға” зонаһы предприятиелары, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары хакимиәттәре, “Башавтотранс” предприятиеһы ҡатнашлығында кәңәшмә үткәреп, халыҡты ташыуҙы ойоштороу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
– Рәсәйҙә беҙ конкурентлыҡ иткән махсус иҡтисади зоналар 2005 йылда ойошторола башлағайны, ә беҙҙең “Алға”ға – ни бары 1,5 йыл. Шул уҡ ваҡытта уның йылдам үҫешен күрәбеҙ. Башҡортостанға ышаныс күрһәткән өсөн резиденттарға рәхмәт әйтергә теләйем. Үҫеш юлынан бергәләп барасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров Күҙәтеү советы ултырышын тамамлап.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148564.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/148564.html