Иҡтисад
22 Декабрь 2021, 18:15

Уларҙың намыҫлы хеҙмәте - иҡтисади үҫеш нигеҙе

“Йыл һалым түләүсеһе” конкурсы еңеүселәре бүләкләнде.

Уларҙың намыҫлы хеҙмәте - иҡтисади үҫеш нигеҙеУларҙың намыҫлы хеҙмәте - иҡтисади үҫеш нигеҙе
Уларҙың намыҫлы хеҙмәте - иҡтисади үҫеш нигеҙе

22 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләне.

"Эшҡыуарҙарыбыҙға, предприятиелар етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәргә еңел булмаған осорҙа яҡшы хеҙмәте, социаль яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерәм Йүнселлектең тап ошондай субъекттары республикабыҙҙағы иҡтисади үҫешкә һәм тормошобоҙҙоң яҡшырыуына булышлыҡ итә", - тине ул.

Премьер-министр быйыл, бизнестың конкурсҡа ҡыҙыҡһыныуы артыуын иҫәпкә алып, унда ҡатнашыусылар күбәйеүен билдәләне, номинациялар һаны - биштән унға тиклем, һәр береһендә еңеүселәр һаны икенән өскә тиклем артҡан. Иң яҡшы һалым түләүсе исеменә 94 ҡатнашыусы көрәшкән, уларҙың 55-е еңеүсе тип танылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс йыл рәттән үткәрелгән был конкурс һалымдарҙы ваҡытында һәм тулыһынса түләүҙең ижтимағи йәһәттән күтәреү, һалым дисциплинаһы менән айырылған, бизнесты үтә күренмәле итеп алып барған һалым түләүселәрҙе асыҡлау өсөн үткәрелә.

"Конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһы ла түләнгән сумма буйынса ғына һайланманы. Консолидацияланған бюджетҡа түләнгән һалым үҫешен, республика граждандары мәшғүллеген, предприятиеларында хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы тәьмин иткән һалым түләүселәрҙе билдәләп үтеү мөһим ине", - тип белдерҙе республиканың финанс министры Лира Иғтисамова.

Еңеүселәр документтарында һәм реклама материалдарында конкурс еңеүсеһе исемен файҙалана ала.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас