

Ғафури районы йыл һайын үткәрелгән “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсында еңеүселәр һаны буйынса – лидер. Төбәктән биш шәхси эшҡыуар 55 йүнсел араһынан бизнесты алып барыу буйынса юғары баһа алды. Улар дүрт беренсе һәм бер өсөнсө урын яуланы!
Бына ул ҙур баһаға лайыҡ булғандар: шәхси эшҡыуарҙар Рөстәм Ибраһимов, Николай Фомин, Жанна Хизбуллина, “Сифат тирмәне” (етәксеһе – Светлана Фомина), “Алтын ҡурай” (Гөлшат Урманшина) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
“Был – бик лайыҡлы һөҙөмтә. Сөнки конкурста түләнгән һалым суммаһы ғына иҫәпкә алынмай, эш урындарын барлыҡҡа килтереү, предприятиеларҙа эш хаҡы фондының үҫеше лә баһалана”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.
Фото: Фәнзил Сыңғыҙовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.