Иҡтисад
24 Декабрь 2021, 09:30

“Һоро” схемалар менән көрәш дауам итә

Алып бөтөлмәгән килем йылына 38,8 миллиард һум тәшкил итеүе ихтимал.

“Һоро” схемалар менән көрәш дауам итә“Һоро” схемалар менән көрәш дауам итә
“Һоро” схемалар менән көрәш дауам итә

23 декабрҙә Өфөләге Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты башланғысы менән республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында ҡалала пассажирҙар ташыу өлкәһендәге эштең “һоро” схемалары менән көрәшкә арналған “түңәрәк өҫтәл” булды.

Йәмәғәт транспортындағы эш мониторингы һөҙөмтәләре тураһындағы доклад менән Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының йәмәғәт транспорты мәсьәләләре буйынса координация советы ағзаһы Илья Зотов сығыш яһаны.

Мониторинг барышында Рәсәй Федерацияһындағы 83 төбәктән пассажирҙар ташыуҙан килгән килемде йәшереү осрағы 33 автобус маршрутында күҙәтелгән. Халыҡ фронтының төбәк бүлексәләрен әүҙемселәре 874 “контроль һатып алыу” – йәмәғәтселек транспортында йөрөү – ойошторған һәм пассажирҙар менән иҫәпләшкәндә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы теркәгән.

Илья Зотов Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты хеҙмәткәрҙәренең башта юл өсөн банк картаһы менән түләүҙе һораған. Бындай мөмкинлек автобустарҙың 58 процентында ғына булған. Ҡулаҡса менән иҫәпләшеп булмаған урындарҙа әүҙемселәр ҡулаҡса менән түләттереүҙе һәм билет һораған. 37 процент осраҡта билет алыу инҡар ителгән.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының федераль штабында хәбәр итеүҙәренсә, 100 ҙур агломерациянан алып бөтөлмәгән килем йылына 38,8 миллиард һум тәшкил итеүе ихтимал.

Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушевтың хәбәр итеүенсә, Рәсәй халыҡ фронты хеҙмәткәрҙәре килтергән статистика мәғлүмәттәре төбәк ведомствоһы вәкилдәре алған мәғлүмәт менән тура килгән. Улар был мәғлүмәттәрҙе үҙ монитонгы барышында асыҡлаған.

Әйткәндәй, ҡала пассажирҙар ташыу өлкәһендәге эштең “һоро” схемалары менән көрәшкә арналған һөйләшеүҙәр беренсе тапҡыр ғына ойошторолмай.

“Түңәрәк өҫтәл” һөҙөмтәләре буйынса үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлекте булдырыу өсөн, башҡарма властың федераль органдары вәкилдәрен йәлеп итеп, йәмәғәт транспорты проблемалары буйынса координация советы ойоштороу ҡаралды.

Фото: Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас