

Өфөнән тыуған яғым Ейәнсураға ҡайтышлай юлым мотлаҡ рәүештә Күгәрсен районы аша үтә. Ира ауылынан һулға боролоп күп тә бармайһың, “Күгәрсен районы” тигән яҙыу менән осрашаһың, артабан арҙаҡлы шәхесебеҙ Шәһит Әхмәт улы тыуған Хоҙайбирҙин ауылына етәһең. Юлдар төҙөк булғас, елдәй елеп, рәхәтләнеп бараһың. Әйткәндәй, күп ауылдар аша үтәһең, ә инде Назаркин – һуңғыһы, ул Күгәрсен менән Ейәнсура райондары сигендә урынлашҡан. Гел шуға иғтибар итәм: ҡышҡыһын да, йәйгеһен дә был яҡтарҙа юлдар һәр саҡ тәртиптә тотола. Бер генә миҫал. Ибрай янындағы күперҙә бәләкәй генә соҡор барлыҡҡа килгән, һиҙелмәй ҙә тиерлек ине. Иртәгәһенә ошонан кире үткәндә, уны ямап та ҡуйғайнылар. Юлдар торошо ҡайһы ойошманың ҡарамағында тиһегеҙме? “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Күгәрсен юл-төҙөлөш ремонт идаралығы филиалы юлдарҙың сифаты өсөн яуап бирә. Ә хәҙер идаралыҡтың начальнигы Марат ИСҠУЖИН менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Марат Сәлим улы, предприятиеның тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырһағыҙ ине.
– Идаралыҡ ифрат бай тарихҡа эйә, уның тураһында күп һөйләргә мөмкин. Ҡыҫҡаса әйткәндә иһә, Күгәрсен районында 1955 йылда юл-эксплуатациялау һәм етештереү-юл участкалары ойошторолған. Ошо ике биләмә халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән, бурыстарына бик яуаплы ҡараған. Ә инде 1979 йылда ике ойошманы берләштереү иҫәбенә Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш участкаһы төҙөлгән. Әлбиттә, тормош бер туҡтауһыҙ алға бара, эштә хәҙерге заман алымдары ҡулланыла. Һөҙөмтәлә 1994 йылда яңы ойошма барлыҡҡа килгән. Хәҙер инде ул “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Күгәрсен юл ремонт-төҙөлөш идаралығы филиалы тип атала.
– Идаралыҡ үҙ эшмәкәрлеген ниндәй йүнәлешкә көйләгән?
– Автомобиль юлдарын даими тәртиптә тотоу, бөтә төр автомобиль юлдарҙы ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау – беҙҙең иңдә. Шулай уҡ бүтән ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың биләмәһенә асфальт түшәүҙе һәм төҙөкләндереүҙе лә уңған хеҙмәткәрҙәр намыҫ менән башҡара.
– Бөгөн ниндәй эштәр менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Әле беҙ юлдарҙы хеҙмәтләндереү кеүек күңелле мәшәҡәттәргә сумғанбыҙ. Һис тә арттырыу түгел был, юлдар көҙгө шикелле ялтырап ятһын өсөн күп көс һалабыҙ. Ысынлап та, эштәр иртә менән башлана һәм кис етмәйенсә туҡтамай. Берәй ерҙә бәләкәй соҡор ғына түгел, ә емерелгән асфальтты йәки күләүек барлыҡҡа килерлек ҡырсынташ юлды күреп ҡалыу менән, эш ҡоралдарын барлап, “тимер ат”тарҙы егеп, шунда ашығабыҙ. Ниәт – юлдарҙы тәртиптә тотоу, водителдәргә уңайлыҡтар тыуҙырыу, юл-транспорт ваҡиғаһын булдырмау.
Ғөмүмән, эш йыл әйләнәһенә дауам итә. Мәҫәлән, иртә яҙҙан соҡор-саҡырҙы тигеҙләүгә тотонабыҙ, унан инде юл буйҙарын ҡыйҙан таҙартабыҙ. Автобус туҡталыштарын тәртиптә тотоу – мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙың береһе. Ул ташландыҡ урынға әйләнмәһен, бынан тыш, йәйәүлеләр үткәүеле талаптарға тулыһынса яуап бирһен. Юл буйындағы үләнде сабыу, юлды ҡаплаған һәм асфальтҡа төшөп ятҡан ағастарҙы йәки ағас ботаҡтарын һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы бысыу – барыһына ла беҙ яуап бирәбеҙ.
Ҡыш, ысынлап та, ваҡыт һәр саҡ тығыҙ. Уның ҡарауы, эште оҫта ойоштора белһәң, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай. Һәр ергә лә өлгөрөргә тырышабыҙ, беҙҙә был осорҙа хатта бәләкәй ауылдар ҙа иғтибар үҙәгендә. Һәр береһенә инеп сығабыҙ. Бының өсөн һәр ваҡыт ҡеүәтле техникабыҙ ярҙамға килә һәм, әлбиттә, егәрлеләр һынатмай.
– Шул иғтибарҙы йәлеп итә: махсус кейемдәге эшселәр тирләп-бешеп асфальт түшәй, ҡырсынташты тигеҙләй, юл ситенә балсыҡ тарата, ҡыҫҡаһы, юлдарҙы рәтләй. Һандар теленә күскәндә, һеҙҙең ҡарамаҡта күпме юл?
– Беҙҙең идаралыҡ өс төркөмгә бүленгән юлдарҙы хеҙмәтләндерә, ә ул 430 километрға һуҙылған. Беренсенән, төбәк ҡарамағында 105 саҡрым юл бар, икенсенән, муниципаль-ара юл – 325 саҡрым, ҡалғаны иһә, йәғни 199 километр, райондыҡы иҫәпләнә. Әйткәндәй, “Магнитогорск – Ира” автомобиль юлы – иң оҙоно.
– Юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн етештереү тармағы иң беренсе урында торорға тейеш. Ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Беҙҙең ҡеүәтле өс етештереү майҙансығы бар. Производство базаһы Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ ауылында урынлашҡан. Уға оҫтахана, гараждар, келәттәр һәм административ бина инә. Ошонда уҡ идаралыҡтың техникаһы өсөн урын бүленгән. Автопаркта төрлө маркалы 35 автомобиль һәм 33 трактор, һәммәһе лә төҙөк, барыһы ла сафта. Водителдәрҙең һөйөнөсө сикһеҙ. Киләсәктә лә автопаркты өр-яңы техника менән тулыландырыу дауам итәсәк.
Бынан тыш, Мораҡтың төньяҡ өлөшөндә асфальт-бетон заводы гөрләп эшләп тора, ысынлап та, ҡара төтөн сығарған бындай завод ситтә булырға тейеш. “ДС-117” һәм “ДС-158” маркалы ике асфальт-иҙеү ҡоролмаһын алып оттоҡ. Карьерһыҙ маҡсаттарға өлгәшеп булмай. “Подгорный-2” биләмәһендә һәм райондың Подгорный ауылында ваҡлау-айырыу ҡоролмалары бар.
– Һүҙ ҙә юҡ, һәр уңыш ҡеүәтле техниканан тора, улай ғына ла түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең уңғанлығына бәйле.
– Әлбиттә, иң ҙур байлыҡ – эшселәр, уларҙың һәр береһе предприятиеның “алтын фонд”ын тәшкил итә. Беҙҙә үҙ эшенең оҫталары йыйылған, улар менән тау-ҡая аҡтарырға мөмкин. Идаралыҡта бөтәһе 104 кеше хеҙмәт күрһәтә. Предприятиеның көсө, ысынлап та, коллективтың берҙәмлеге, шул иҫәптән һөнәрен яратҡан инженер-техник эшселәр.
Дөрөҫө шул, юл-төҙөлөш хеҙмәткәренең эше ныҡ ауыр, уның ҡарауы, хөрмәтле һәм яуаплы. Был һөнәрҙе һайлағандар, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт тышта йөрөргә мәжбүр. Ҡайһы берәүҙәрҙең бындай эш ысулына түҙмәүен дә беләбеҙ, әммә ул беҙгә ҡағылмай, сөнки идаралыҡта даими эшләүселәр бихисап.
– Марат Сәлим улы, бер нисә тырыш хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе лә телгә алһағыҙ ине...
– Мәҫәлән, Рәсәйҙең почетлы автомобиль транспорты хеҙмәткәре, токарь С.Д. Сөләймәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре Э.Ю. Кинйәбулатов барыһына ла өлгө. Иң ҡыуандырғаны шул: йыл да коллектив яңыра бара, сөнки өлкәндәр хаҡлы ялға китә, ә уларҙың урынына йәштәр килә.
– Ветерандарға иғтибар тейешле бүленәме?
– Идаралыҡта бөтәһе 50 ветеран иҫәпләнә. Йыл һайын Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә уларға бүләктәр тапшырабыҙ, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Хәйер, ошо иҫтәлекле ваҡиғаға ғына ҡәҙер күрһәтәләр икән, тип уйламаһын гәзит уҡыусы. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ идаралыҡтың тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Күгәрсен юл-ремонт төҙөлөш идаралығы – районда иң алдынғы предприятиеларҙың береһе, ул райондың иҡтисадына тос өлөш индерә. Төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эшмәкәрлегебеҙҙе көйләгәнбеҙ, райондың йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнайбыҙ.
Предприятие йыл да етештереү күләмен арттыра бара. Әгәр ҙә 2006 – 2010 йылдарҙа, уртаса алғанда, етештереү күләме 82 миллион һум тәшкил итһә, 2011 – 2015 йылдарҙа ул 159 миллион һумға күтәрелде. Улай ғына ла түгел, 2016 – 2019 йылдарҙа етештереү күләме – 259 миллион һум, ә 2020 йылда иһә 304 миллион һумға хәтлем барып етте. Күҙаллауҙар буйынса, 2021 йылда ул тағы ла юғарыраҡ буласаҡ.
– 2021 йылдың 11 айы тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Быйыл 11 айҙа табыш 315 миллиондан ашыу тәшкил итте, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 42 486 һум булды. Килемле эшләү Күгәрсен юл-ремонт төҙөлөш идаралығының дөрөҫ юлда икәнен асыҡтан-асыҡ күрһәтә. “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте билдәләгән бөтә нормативтар ҙа теүәл үтәлә. Яғыулыҡ-майлау материалдарын тотоноу, запас частар һатып алыу, эш хаҡы түләү һәм башҡа нормативтар буйынса етешһеҙлектәр юҡ.
Форсаттан файҙаланып, һәр йәһәттән дә ярҙамынан өҙмәгәне өсөн республикабыҙ етәкселегенә, шулай уҡ “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юлановҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Илдар Ғизетдин улының хәстәрлеге арҡаһында Күгәрсен юл-ремонт төҙөлөш идаралығының матди- техник базаһы шаҡтай яҡшырҙы.
– Ҡайһы бер юл-ремонт төҙөлөш идаралыҡтары төрлө йүнәлештәге йәмәғәт сараларында бик әүҙем ҡатнаша. Был тәңгәлдә һеҙҙә хәлдәр нисек?
– Күгәрсен юл-ремонт төҙөлөш идаралығы төрлө йәмәғәт акцияларынан ситтә ҡалмаҫҡа тырыша. Әйтәйек, йыл да илебеҙҙә “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!” акцияһында ҡатнашып, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам итәбеҙ. Бынан тыш, “Ларец смелости” (балалар онкология үҙәге төҙөлөшө) акцияһында ла ҡатнашабыҙ. Күгәрсен районының йәмәғәт тормошонан ситләшкәнебеҙ юҡ. Спорт уйындарында ҡатнашыу һәм еңеүҙәр яулауыбыҙ – шуға асыҡ миҫал.
– Йыл әйләнәһенә бер үк эшкә күмелеү ялҡытмаймы?
– Һис тә ялҡытмай, киреһенсә, хеҙмәткәрҙәр хеҙмәттән ләззәт таба, кинәнес ала. Донъя игелекле кешеләр менән тулған, тибеҙ. Ҡыҙыҡ, рәхмәтте төрлөсә еткерәләр. Идаралыҡҡа килеп тә, ҡайҙалыр осратҡанда ла әйтәләр. Бынан тыш эшләп йөрөгәндә водителдәр баш бармаҡтарын күрһәтеп, “во” тип, үҙҙәренсә ҡәнәғәт булыуҙарын белдерә. Эшеңде күрәләр, баһалайҙар, ошо бәхет түгелме ни?!
– Хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә иң мөһиме һаулыҡ, шулай уҡ һәр йәһәттән дә тик уңыштар теләйем! Ғаиләләрендә бөтөнлөк булһын, тыл ышаныслы икән, эш урынында ла барыһы ла яҡшы буласаҡ. Барыһының да кәйефе яҡшы, күңелдәре күтәренке. Киләсәктә лә дәртләнеп эшләргә яҙһын!
– Гәзит уҡыусыларға ла әйтер һүҙегеҙ барҙыр...
– Һәр кемгә аҡ юл теләйем! Гәзит үҙенә күрә идеология ролен үтәй. Хәҙер заман башҡа, матбуғат баҫмаһын алдырыуҙың, уға яҙылыуҙың төрлө юлдары бар. Республикабыҙҙың төп башҡорт баҫмаһы “Башҡортостан” гәзите менән дуҫ булайыҡ!
– Марат Сәлим улы, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар насип булһын!
Әңгәмәне Илдар АҠЪЮЛОВ ойошторҙо.
Күгәрсен районы.