

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты – Урал тау руда сәнәғәте предприятиелары араһында экология мәсьәләләре менән иң күп шөғөлләнгән предприятие. Комбинатта һауаға сығарылған бысраҡты кәметеүгә генә түгел, энергия ресурстарын – газды, электр утын, һыуҙы сарыф итмәҫкә тырышалар.
Экология өлкәһендә сәнәғәт предприятиелары өсөн ҡанундар йылдан-йыл етдиләнә. Предприятиелар уларҙы мотлаҡ күҙәтергә тейеш. Тирә-яҡ мөхиткә техноген тәьҫирҙе мөмкин тиклем кәметеү маҡсатында ла комбинатта ҙур аҡса тотонола.
Былтыр мөһим экологик проект – комбинаттың фильтрлау-киптереү бүлегенең асыҡ келәтен ҡаплау өсөн бина төҙөлгәйне. Ваҡытлыса һаҡлау урыны составында баҡыр булған етештереү продукттары һәм киптерелгән байыҡтырыу ҡалдыҡтары, йәғни байыҡтырыу цехынан өҫтәмә продукттар килтерелә. Ябыҡ бина продукттарҙы конвейер трактынан келәткә бушатҡанда, уларҙы технологик транспортҡа тейәгәндә тирә-яҡ мөхиткә саң туҙыуын һәм зарарлы матдәләрҙең таралыуын кәметте.
Әлеге ваҡытта Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына ағып төшөп йыйылған сәнәғәт һыуҙарын таҙартыуҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында таҙартыу ҡоролмаларының икенсе сираты комплексын төҙөү тамамлана.
Яңы технологияларҙы ҡулланыу ҡоролмаларҙың етештереүсәнлеген арттырасаҡ, таҙартыу сифатын яҡшыртасаҡ – Яңы Учалы руднигы төҙөлөү айҡанлы был бигерәк тә актуаль. Төҙөлөш өсөн сарыф ителгән сумма 1,6 миллиард һум тәшкил итә.
– 2016 йылдан этаплап тормошҡа ашырыла башлаған проект һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау өлкәһендә иң мөһимдәрҙән һанала. Стабилизатор-тондороу быуаһы төҙөлөшөнөң икенсе этабын ғәмәлгә индереү ағып төшөп йыйылған сәнәғәт һыуҙарын таҙартып, предприятиеның технологик ихтыяжы өсөн ҡабаттан ҡулланырға мөмкинлек бирҙе. Быйыл май айынан беҙ Оло Учалы күленән һыу алыуҙы тулыһынса туҡтаттыҡ, сөнки һыуҙы ҡабаттан ҡулланыу системаһына күстек, – тип билдәләне Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин.
Таҙартыу ҡоролмаларының икенсе сираты комплексы биләмәһендә нейтралләштереү, насос һәм ултырма станцияларының яңы биналары төҙөлгән, улар талап ителгән бар ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Радиаль тондорғостар һәм ағып төшөп йыйылған сәнәғәт һыуҙарының температураһын, зарарлы матдәләрҙең концентрацияһы сығымдары хәрәкәтен яйлау резервуарҙары урынлаштырылған.
– Көндәр ныҡлап һыуынғансы тыштағы эштәрҙе башҡарҙыҡ, хәҙер эскеләренә тотондоҡ: ике ултырма станцияла буяу-һылау эштәре бара, нейтралләштереү станцияһында йылытыу системаһы монтажлана, – тип таныштырҙы эш барышы менән энергия цехының һыу менән тәьмин итеү участкаһы начальнигы урынбаҫары Вадим Алтынбаев.
Комплекстың технологик торба үткәргестәре селтәрҙәре өсөн ике эстакада әҙерләнгән. Уларҙың береһе таҙартылған һыуҙы тондороу маҡсатында стабилизатор-быуаға транспортлау, ә икенсеһе һыуҙы таҙартҡан ваҡытта барлыҡҡа килгән ултырмаларҙы нейтралләштереү станцияһының үҙәгенә ебәреү өсөн тәғәйенләнгән.
Ултырмаларҙы киптереү декантер тип аталған махсус ҡоролмалар ярҙамында башҡарыла. Улар таҙартылып, етештереүҙә ҡабаттан ҡулланырға мөмкин булған һыу күләмен арттырыу мөмкинлеге бирә. Нейтралләштереү станцияһында әле өс декантер эшләй, тиҙҙән комбинатта йәнә шундай дүрт ҡоролманы урынлаштырыу күҙаллана.
Таҙартыу ҡоролмаларының икенсе сираты комплексы тулы көскә 2022 йылдың икенсе кварталында эшләй башлаясаҡ, шунан һуң әле эшләп торған сәнәғәт һыуҙарын таҙартыусы нейтралләштереү станцияһын реконструкциялауға тотонасаҡтар.
Һөҙөмтәлә Учалы сәнәғәт майҙанындағы ҡоролмалар тәүлегенә 25 мең кубометр һыуҙы таҙартыу ҡеүәтенә эйә буласаҡ.
Комплекс Учалы һәм Яңы Учалы ер аҫты рудниктарының шахта һыуҙарын, Учалы ятҡылығындағы ер аҫты һыуҙарын, шулай уҡ ямғыр һыуҙарын да ҡабул итәсәк.
Яңы технологияға ярашлы, ағып төшөп йыйылған сәнәғәт һыуҙары эзбиз иҙмәһе менән нейтралләштерелеп, радиаль тондорғостарҙа һәм стабилизатор-быуаларҙа тотолғандан һуң, һуңғы этапта йәнә таҙартыу үтеп, сифаты балыҡсылыҡ хужалығында рөхсәт ителгән концентрация нормаларына тиклем еткереләсәк.
Римма СОЛТАНОВА