

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хәйриәлеккә ҙур иғтибар бүлә: районда социаль объекттар төҙөүгә, ремонтлауға, йыһазландырыуға үҙ өлөшөн индерә.
Комбинат етәкселеге урындағы власть органдары менән килешеп эш итә. Ауыл биләмәләренең һәр береһенә йыл һайын борсоған проблемаларҙы хәл итеүгә байтаҡ сумма аҡса бүленә. Комбинат хеҙмәткәрҙәренең төп өлөшө йәшәгән ҡала биләмәһе лә ситтә ҡалмай.
Ошо көндәрҙә комбинат ҡаланың Рудник тип аталған биҫтәһендә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөп тапшырҙы. Был социаль объекттар өсөн аҡса бүлеү ҡарары ҡала хакимиәте етәкселеге мөрәжәғәте нигеҙендә ҡабул ителә.
– Рудник – ҙур биҫтә, унда йәшәгәндәр беренсе ярҙам күрһәтеү учреждениеһының булмауына борсолоп, беҙгә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте. Үҙ йәһәтебеҙҙә, беҙ финанс ярҙамы һорап, комбинат етәкселегенә сыҡтыҡ. Ыңғай яуап алғас, ҡала үҙәк дауаханаһы етәкселеге менән яңы ФАП урынын һайланыҡ. Ҡала биләмәһенә даими ярҙам күрһәткәндәре өсөн таусыларға рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – тине ҡала хакимиәте башлығы Илмир Ғәзизов.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты биҫтәнең үҙәк урамдарының береһендә, 2-се мәктәп эргәһендә, һуңғы ваҡытта киң таралған блок-модуль технологияһы буйынса төҙөлгән.
Дөйөм майҙаны 63 квадрат метр тәшкил иткән фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, санитар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн сисенеү бүлмәләре бар. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлылыҡтар тыуҙырылған.
Биҫтә халҡы сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн, таусылар ФАП- ты кәрәкле медицина ҡорамалдары менән дә тәьмин иткән.
Комбинат яңы ФАП-ты килешеү нигеҙендә, ҡала ҡарамағына, ә ҡала хакимиәте үҙәк дауаханаға тапшырасаҡ. Документтар рәсмиләштерелгәс, фельдшер тәғәйенләнәсәк.
– Һуңғы йылдарҙа районда ошондай типта яңы ун ФАП асылды. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының, Рудник халҡы һаулығын хәстәрләп, ҙур бүләк эшләүе – ҡыуаныслы ваҡиға. Яңы медицина учреждениеһында 3200 өлкән кеше һәм 800 бала хеҙмәтләндереләсәк, беренсел ҡабул итеүҙәр ойоштороласаҡ. Бының өсөн ФАП-та бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған, – тине Учалы үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Арыҫлан Фәйзуллин.
Яңы балалар майҙансығы ла үҙәк урамда урынлашҡан. Быға тиклем бында булған балалар таусыҡтары эргәһендә яңы уйын элементтары, йүгереү юлы, мини-футбол, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары пәйҙә булған. Туп менән уйнау өсөн тәғәйенләнгән ике майҙансыҡ та заманса металл кәртәләр менән уратып алынған. Төҙөүселәр уйын элементтарын сифатлы, иң мөһиме, балалар өсөн хәүефһеҙ итеп урынлаштырған. Әлегә майҙансыҡтарға асфальт түшәлгән, яҙ етеп, көндәр йылынғас, хәүефһеҙ резина япма һалынасаҡ.
Көн һалҡынса булыуға ҡарамаҫтан, яңы майҙансыҡта кеше байтаҡ ине, балалар ҙа яңы уйын элементтарын һынарға йыйылған.
– 15 йыл элек йорт һалып, бында төпләндек. Һуңғы йылдарҙа биҫтәлә ыңғай күренештәр ныҡ һиҙелә. Комбинат етәкселегенә, хакимиәткә беҙҙе хәстәрләп торғаны өсөн ҙур рәхмәт. Күптән түгел эсәр һыу проблемаһын хәл иткәйнеләр. Бөгөн бына ниндәй ҙур бүләк эшләнеләр. Мин бигерәк тә майҙансыҡ тирәләй йүгереү юлдары һалынғаны өсөн шатмын. Күршем Фәриҙә Яҡупова менән көн һайын скандинав йөрөшө менән мауығабыҙ, көнөнә 5-6 километр юл үтәбеҙ. Хәҙер әллә ҡайҙа барып аҙапланмаҫбыҙ, махсус япмалы юлдан ғына йөрөрбөҙ. Майҙансыҡҡа урынлаштырылған спорт тренажерҙары ла бик һәйбәт күренә. Уларҙа ла шөғөлләнәсәкбеҙ. Балаларыбыҙ ҡалала йәшәй, ял көндәре ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән беҙгә киләләр, яңы уйын элементтары, һис шикһеҙ, уларға ла оҡшаясаҡ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты оҙаҡ йылдар ҡатырға-рубероид заводында хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан, сәләмәт тормош рәүешен һайлаған Фатима Насирова.
Төҙөүселәр билдәләүенсә, бөтә ҡорамалдар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, һәр ҡайһыһының сертификаты бар. Иң мөһиме – майҙансыҡтар кәртәләнеп алынған. Рудник халҡына уларҙы ҡәҙерләп һаҡлап, ипләп тотонорға ғына ҡала.
– Ҡала һәм райондың социаль-иҡтисади проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашыу – комбинат өсөн ғәҙәти хәл, сөнки беҙҙең предприятие һәр ваҡыт социаль яуаплылыҡ принциптарына таянып эш итә. Быйыл коллективыбыҙҙың һөҙөмтәле эше арҡаһында беҙ ике ҙур социаль проектты тормошҡа ашырҙыҡ. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм балалар майҙансығын төҙөүгә һәммәһе 18,5 миллион һум аҡса йүнәлттек. Был сығымдар бушҡа китмәйәсәк, сөнки улар биҫтә халҡының һаулығын һаҡлауға һәм сәләмәт тормошҡа әйҙәүгә йүнәлтелгән, – тине объекттарҙы ҡулланыуға тапшырыу тантанаһында Тау-байыҡтырыу комбинаты директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Александр Андросенко.
Римма СОЛТАНОВА

