Иҡтисад
24 Декабрь 2021, 10:30

Йыл ҡатмарлы булһа ла...

Республикала ике миллион тоннанан ашыу иген һәм иген культуралары йыйып алынған.

Йыл ҡатмарлы булһа ла...Йыл ҡатмарлы булһа ла...
Йыл ҡатмарлы булһа ла...

Илшат ФӘЗРАХМАНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республикаһының ауыл хужалығы министры:

- Ауыл хужалығы тармағы өсөн 2021 йыл ярайһы ҡатмарлы булды. Һуңғы осорҙа теркәлгән иң көслө ҡоролоҡто үткәреп ебәрҙек. Республиканың йыллыҡ ихтыяжы 1,9 миллион тонна тәшкил итһә, ике миллион тоннанан ашыу иген һәм иген культуралары йыйып алыуға өлгәштек. 360 мең тоннанан күберәк көнбағыш, майлы культуралар алынған. Бөгөн май етештереү заводтары эшләй, продукцияны республикабыҙ ҡулланғандан алты тапҡырға күберәк етештерә. Яҡынса бер миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, бөгөнгә 110 мең тонна шәкәр етештерелгән. Республикаға йылына 92 мең тонна шәкәр кәрәк. Киләһе йылдың февраль аҙағына тиклем ике шәкәр заводы эшләйәсәк, тимәк, улар шәкәрҙе тағы ла күберәк етештерәсәк.

Йәшелсәләрҙе, башлыса теплицаларҙа, өлөшләтә асыҡ ерҙә үҙебеҙ ҡулланғандан күберәк йыябыҙ. Иң мөһиме - республикабыҙҙың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тәьмин ителә, быйыл үҙебеҙ ҡулланғандан күберәк продукция етештерҙек. Әле 2022 йылға әүҙем әҙерләнәбеҙ. Пландар ҙур – бөгөнгөнән күпкә күберәк етештереү. 2021 йылда ауыл хужалығы продукцияһын сит илдәргә экспортлау буйынса планды үтәнек. Беҙҙә 2024 йылға 200 миллион долларлыҡ продукцияны ситкә экспортҡа сығарыу планы бар ине, бөгөн 2021 йыл күрһәткесе - 300 миллион.

Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас