Иҡтисад
27 Декабря 2021, 08:00

Яңы энергия сығанаҡтары ниндәй булыр?

Улар тураһында социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһе яҙып сыҡты. 

Яңы энергия сығанаҡтары ниндәй булыр?Яңы энергия сығанаҡтары ниндәй булыр?
Яңы энергия сығанаҡтары ниндәй булыр?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы тема – альтернатив энергия сығанаҡтары тураһында яҙҙы.

“Беҙ энергияның альтернатив сығанаҡтары өҫтөндә планлы рәүештә эшләйбеҙ. Благовещен районында "Полиэф" компанияһы ҡояш электр станцияһы төҙөлөшөн дауам итә. Көндөҙгө электр станцияһының бөтә фотоэлектр модулдәре ҡуйылған да инде, объекттың әҙерлеге – 80 процент тирәһе.

Электр станцияһының проект ҡеүәте 4,9 МВт самаһы тәшкил итәсәк, ә ул республикабыҙҙағы бөтә ҡояш электр станциялары ҡеүәтенең 7,1 проценты. Проектҡа һалынасаҡ инвестициялар күләме миллиард һумдың дүрттән бер өлөшөнән ашыу тәшкил итәсәк.

 "Полиэф"та ҡояш батареялары проекты етештереүҙең углеродлы эҙен кәметәсәк һәм предприятиеның энергия балансында “йәшел” электр энергияһы өлөшөн ярайһы уҡ арттырасаҡ. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 2022 йылдың беренсе кварталына билдәләнгән. Беҙҙә Бөрйән, Хәйбулла, Стәрлебаш, Ғафури райондарында ҡояш электр станциялары, Ағиҙелдә станция төҙөлә.

Ҡояш батареяларының билдәләнгән ҡеүәте буйынса беҙ 90 МВт билдәһен үттек һәм Рәсәйҙә тәүге бишәү иҫәбенә инәбеҙ. Киләһе аҙымдар – ел энергетикаһын үҙләштереү күҙаллана, Бәләбәй ҡалҡыулығында шарттар бар. Яңы гидроузел төҙөү варианттарын да ҡарайбыҙ, гидроэнергетиканы ла үҫтерәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас