Иҡтисад
28 Декабрь 2021, 12:45

Андрей Назаров: “Вәғәҙәне онотмайбыҙ”

Хөкүмәт Премьер-министры социаль селтәрҙә иҡтисадтағы ҡаҙаныштарҙы телгә алды.

Андрей Назаров: “Вәғәҙәне онотмайбыҙ”Андрей Назаров: “Вәғәҙәне онотмайбыҙ”
Андрей Назаров: “Вәғәҙәне онотмайбыҙ”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Фейсбук" селтәрендәге сәхифәһендә республика иҡтисады тураһында яҙып сыҡты.

“Һуңғы айҙарҙа республика иҡтисадындағы проблемалар хаҡында бер нисә тапҡыр ентекле яҙып сыҡҡайным. Бөгөн ҡаҙаныштар хаҡында һөйләйем. Беҙҙә улар бөтөнләй юҡ икән, тип уйлауығыҙҙы теләмәҫ инем. Өҫтәүенә, йыл йомғаҡтары буйынса Хөкүмәт Президиумы ултырышы үтте, бына шунда ошо мәсьәләләр буйынса фекер алыштыҡ.

Уҙып барған йылда төп бурысыбыҙ коронавирус эҙемтәләрен бөтөрөү булды. Күрһәткестәрҙең күбеһе буйынса быға өлгәшелде. Беренсенән, республикала эшһеҙҙәр һанын 5,6 проценттан 1,2 процентҡа тиклем кәметтек. Был йәһәттән мәшғүллек хеҙмәттәре лә, кешеләрҙе яңы һөнәрҙәргә өйрәтеүселәр ҙә, эш биреүселәр менән диалог ойоштороусылар ҙа, башҡа бик күптәр һәйбәт эшләне. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт әйткем килә.

Республика бюджетына керемдәр артты. Пандемияға тиклемге 2019 йыл менән сағыштырғанда, үҫеш 3,6 процент тәшкил итә. Был беҙгә һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, мәҙәниәткә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, ауыл хужалығына, юл төҙөлөшөнә һәм башҡа өлкәләргә сығымды кәметмәү мөмкинлеген бирҙе. Әлбиттә, быны ҙур алға китеш, тип әйтеп булмай, ләкин ҡайһы бер мәлдәрҙә артҡа тәгәрәмәйһең икән, был да ҙур уңыш.

Ә алға китеш өсөн, әлбиттә, инвестиция кәрәк. Уның күләме арта бара. Быйыл 244 миллиард һумдан ашыу йәлеп итә алдыҡ. Был 2019 йылға ҡарағанда 3,6% күберәк. Ошо күрһәткес буйынса беҙ хәҙер Волга буйында – икенсе, Рәсәйҙә – ун икенсе урындабыҙ. Маҡсатыбыҙ ҙур – 2024 йылға инвестицияның йыллыҡ күләмен 650 миллиард һумға тиклем еткереү.

Уға өлгәшеү юлдарын күҙаллайбыҙ. Эшҡыуарҙарҙы ташламалар ҡаралған өҫтөнлөклө биләмәләргә йәлеп итеүҙән, шулай уҡ федераль үҙәк менән эшләүҙән тыш, яңы алымдар эҙләйбеҙ. Әле, мәҫәлән, дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында республикала бер нисә мәктәп, поликлиника төҙөү һәм ҡала электр транспортын эшләй башлау тураһында һөйләшеп килештек. Яҡын арала «Башнефть», «Газпром нефтехим Салауат», «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе», «Башҡорт баҡыры», «КүмАПП», «Санлайт Энерджи» һәм башҡа ҙур компаниялар менән бер нисә күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырабыҙ. Йәнә урта бизнесҡа «Ростех», «Башнефть», «Газпром», «Урал тау-металлургия компанияһы» кеүек система булдырыусы холдингтар менән хеҙмәттәшлек итергә булышлыҡ күрһәтәбеҙ.

Беҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һаны буйынса 2019 йылғы кимәлгә сыҡтыҡ тиерлек. Бөгөн 0,3 процентҡа ғына артта ҡалабыҙ, шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә был күрһәткес – 2,6, Волга буйында –1,3 процент. Бында һалым каникулын оҙайтыу һәм аграрийҙарға, эшкәртеүселәргә, еңел сәнәғәткә, ағас эшкәртеүгә, туризмға, экспортҡа финанс ярҙамын һаҡлап ҡалыу яҡшы һөҙөмтә бирҙе. Уҙып барған йылда һигеҙ меңдән ашыу ойошма һәм шәхси эшҡыуар яҡынса ете миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамынан файҙаланған. Шулай уҡ бизнесҡа льготалы кредит бирҙек һәм муниципалитеттарҙа бизнес-шәрифтәрҙең эшҡыуарҙар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеген яйға һалдыҡ.

Был ҡаҙаныштар тураһында даими һөйләмәһәм дә, уларҙың нимәгә кәрәклеген барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ. Беҙ вәғәҙәбеҙҙе онотмайбыҙ. Республиканы илдең йәшәү өсөн иң уңайлы төбәге итергә йыйыныуыбыҙ хаҡында әйткәйнек. Ошо маҡсатҡа табан барабыҙ ҙа инде. Беҙ теләгәнсә бик тиҙ түгелдер ҙә, бәлки, шулай ҙа туҡтап ҡалмайбыҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ!”– тип яҙған Премьер-министр.

Фото: facebook.com/agnazarov

Сығанаҡ: facebook.com/agnazarov

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас