Иҡтисад
28 Декабрь 2021, 09:44

“Башнефть” киләсәккә йүнәлеш тота

“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы (“Роснефть” нефть компанияһына инә) һанлы технологияларҙы киң ҡуллана. Ул үҙенең 180 ятҡылығындағы 4,5 меңдән ашыу скважинаһын “Һанлы ятҡылыҡ” проектына ҡушҡан. Улар “Башнефть” компанияһы сығарған нефттең 70 проценты самаһын бирә.

“Һанлы ятҡылыҡ” проекты белгес­тәргә объекттарҙың торошон һәм эшен өҙлөкһөҙ күҙәтеп тороу мөмкинлеген асҡан. Белгестәр алдындағы ҙур экран­дарҙа нефть скважиналары эшенең бөтә параметрҙары, ҡоролмаларҙың һәм ҡорамалдарҙың эше, үткәргес тор­баларҙағы баҫым, хатта “аҡыллы каска” кейгән хеҙмәткәрҙәрҙең һаулыҡ торошона тиклем – һәммәһе күренеп тора.

Ҡарарҙар ҡабул итеү һәм булышлыҡ системаһы (СППР) тигән яңы модуль – компания ҡарамағындағы һанлы модулдәрҙең иң мөһиме. Ул башта 2019 – 2020 йылдарҙа Саҡмағош төбә­гендәге нефть һәм газ сығарыу ятҡы­лыҡтарында һынау үткән, үҙенең иҡтисади файҙалылығын күрһәткән, ҡайһы бер күрһәткестәр бигерәк тә яҡшырған. Мәҫәлән, скважиналарҙың тик тороу ваҡыты – 54 процентҡа, нефть алып еткермәү күрһәткесе 63 про­центҡа кәмегән. Система механиза­цияланған скважиналарҙағы тайпы­лыш­тарҙы ваҡытында теркәй, шунда уҡ уларҙы бөтөрөү юлдарын да тәҡдим итә.

Бындай эштәр ҡулдан башҡарылған саҡта бик күп ваҡыт һәм эшсе көсө тотонолған. Хәҙер биш минутта эшләнә торған мәшәҡәттәргә элек тотош көндәр киткән. Аҡыллы технологиялар эште күпкә еңеләйтә. Скважиналарҙы сафтан сығарырҙай сәбәптәр ҙә күренеп тора, шуға уларҙы бөтөрөү өсөн барлыҡ саралар ваҡытында күрелеп бара.

“Һанлы ятҡылыҡ” мәғлүмәт систе­маһы 2020 йылдан бирле ҡулланыуҙа һәм даими үҫә, камиллаштырыла. Проект өҫтөндә бик ҙур команда эшләй. Проект сиктәрендә бөтә технологик сылбырҙарҙы солғаған бер нисә кейс тормошҡа ашырыла. Улар файҙа­ланыуға индерелгән технологияларҙы ҙур күләмдәрҙә ҡуллана башлау өсөн уларҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеген баһалай.

Проекттан файҙаланыусыларға булышлыҡ итеү, сервер ҡорамалын һәм программа тәьминәтен тормошҡа ашырыу менән “СИБИНТЕК” компания­һы­ның “Макрорегион Урал” филиалы белгестәре шөғөлләнә. “Башнефть” ки­ләһе йыл “Визуалләштереү лаборато­рияһы-Сфера” һәм “РН-БашНИПИнефть” ЯСЙ-һы менән берлектә систе­маның эшмәкәрлеген тағы ла яҡшыр­тыу, компанияның етештереү бүлексә­ләренең эшен тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү маҡсатында эш итәсәк.

Ҡарарҙар ҡабул итеүгә булышлыҡ системаһын үҫтереү ҙә дауам итәсәк. Хәҙер энергияны һаҡсыл файҙаланыу, нефтте, газды, һыуҙы, скважиналарҙы гидродинамик әҙерләү өсөн СППР-ҙар эшләнә.

Инновациялар айырым хеҙмәттәр­ҙең эшен дә еңеләйтә, дөйөм бурыс­тарҙың үтәлешен ойоштороуҙа ла ҙур ярҙам күрһәтә. Берлектәге технологик операцияларҙы башҡарғанда бөтәһе лә ус төбөндәге кеүек күренеп тора: мәҫәлән, бында – кешеләр һәм технологик транспорт, тегендә – электрик­тарҙың, геологтарҙың, технологтарҙың объекттары. Саралар планын төҙөү анһатлаша һәм ябайлаша.

Һөҙөмтәгә йүнәлеш тотҡан идара итеү аша бизнес процестарын алып барыуҙың яңы моделе төҙөлә. Технологиялар әлеге мәлде генә күрһәтеп ҡалмай, киләсәккә лә үҙ фараздарын бирә. Күп йылдар буйы ҙур тәжрибә туплап өлгөргән белгестәр һәм идарасылар өсөн был модулдәрҙән дә шәберәк ярҙамсыны уйлап сығарып буламы икән? Компанияның технологик алдынғылығын тәьмин итеү буйынса стратегик маҡсаттарға өлгәшеү өсөн кеше аҡылы менән технологик мөмкин­лектәр бергә ҡушыла. Промысла объекттарынан алынған бөтә мәғлүмәт­тәрҙе туплау һәм һаҡлау менән генә эш бөтмәй бит, был ҡоралдарҙы дөрөҫ ҡуллана белергә, уларҙы бизнес процестарына индерергә кәрәк. Бына шунда кеше аҡылы менән тәжрибәһе йәнһеҙ бирелмәләргә йән өрә, уларҙы ҙур маҡсаттарға хеҙмәт иттерә лә инде.

Әлеге ваҡытта сәнәғәт эксплуата­цияһына “Һанлы ятҡылыҡ” проектының 12 модуле индерелгән. Әллә күпме ярҙамсы проекттар – тормошҡа ашырыла башлау өҫтөндә. Системаның ҡайһы бер модулдәре скважиналарҙың эштән туҡтауын күҙаллау менән мәш­ғүл, икенселәре үткәргес торбаларҙы күҙәтә, продукция әҙерләүҙе, ҡатлам­дарҙағы баҫымды тотороҡло һаҡлау системаһы эшен контролдә тота, өсөнсөләре ятҡылыҡты үҙләштереүҙе күҙәтә. Команданың хәл-торошон ҡарап торған модулдәр ҙә бар. Мәҫәлән, “Хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге” модуле персоналды, транспортты мониторлай. Тәртип һаҡлап ҡына ҡалмай ул, эшселәрҙең һаулығын һаҡларға, хатта ғүмерен ҡотҡарырға ла һәләтле. Хеҙмәткәрҙәр “аҡыллы каска” кейә, үҙҙәре менән газоанализатор йөрөтә, трекерлы ҡул сәғәте таға. Каска башты бәрелеү-һуғылыуҙан ғына һаҡлап ҡалмай, кеше йығылһа, каскаһын сискән көйө хәүефһеҙ зонаға инһә, диспетчерға был хаҡта хәбәр шунда уҡ барып етә. Оператор бәйләнешкә сыҡмаһа, уға яҡын йөрөгән икенсе берәүгә уны табырға тигән хәбәр ебәрелә. Шулай итеп, яңы технологиялар кешегә һәр йәһәттән ҙур ярҙамсы булып тора. 

“Башнефть” нефть компанияһы файҙалы яңылыҡтарҙы эҙләй, таба, ҡулланыуға ала. Улар бөтәһе лә сығым­дарҙы кәметеүгә, нефть һәм газ сығарыуҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеген, эштең хәүефһеҙлеген, производство­ның ышаныслылығын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

 

Гөлсирә СӘХИЕВА.

Читайте нас