

Бөгөнгө ҙур интервьюһы барышында республика Башлығы эш башлаған осоронда “Өфө – иң бысраҡ ҡала, беҙ бының менән бер нәмә лә эшләй алмайбыҙ” тигән ҡарашҡа ҡаршы көрәшергә тура килгәне, ҡаланы таҙартыу мәсьәләһе менән шәхсән шөғөлләнеүе тураһында белдерҙе.
“Әкренләп ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәштек. Ҡарҙы ваҡытында таҙарттырыуҙы мәжбүр итергә лә тура килде. Бәхәстәр күп булды”, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы һуңғы ваҡытта был мәсьәләгә ҡағылышлы Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ҡағылышлы кире мәғлүмәти сәбәптәрҙең күбәйеүен билдәләне.
“Был йүнәлештәге хәл-торошто яйлау өсөн баҫым етмәй. Шөғөлләнергә, һәр урам таҙартыусыға барып етергә кәрәк. Һәр ваҡыт шулай булды. Шуны аңланыҡ: Өфөгә ярҙам кәрәк, һәм беҙ техника һатып аласаҡбыҙ. Баш ҡалала хәл-торош үҙгәрәсәк”, - тине республика етәксеһе.
Ул ҡар таҙартыу мәсьәләһендә Өфө халҡының саң ҡағыуында дөрөҫлөк барлығын айырып әйтте.
Транспорт тәьминәтенә ҡағылышлы һорауға килгәндә, Радий Хәбиров әлегә был реформаға йомғаҡ яһауҙың иртәрәк икәнен белдерҙе. “Беҙ ыңғай йүнәлештә хәрәкәт итәбеҙ тип һанайым, әммә әлегә һығымта яһарға иртәрәк. Ни өсөнмө? Был һорауҙа “халыҡ хаҡлы” тигән принципҡа таянам. Әлегә кешеләрҙән мөрәжәғәттәр күп икән, тимәк, хәл-торошто аҙағынаса яйлап бөтмәгәнбеҙ”, - тине ул.
Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе ыңғай һөҙөмтәләрҙең дә булыуын билдәләне: “Беҙ автопаркты һиҙелерлек яңырттыҡ. Рациональ рәүештә фекер йөрөткәндә, был транспорт реформаһына тотонмау хәйерлерәк тә булғандыр, әммә мин был аҙымға барҙым һәм ярайһы кире эҙемтәгә тап булдым. Бер нигә ҡарамаҫтан, Өфөлә сифатлы, яҡшы транспорт инфраструктураһы булдырасаҡбыҙ”.
Республика Башлығы шулай уҡ баш ҡала янындағы Ағиҙел йылғаһы аша күпергә ҡағылышлы яңылыҡ та еткерҙе.
“Алдан уҡ Өфө халҡынан ғәфү үтенәм: киләһе йылда Ағиҙел аша аркалы күперҙе ике йыл ярымға ремонтҡа ябабыҙ. Әлбиттә, ошоға бәйле айырым мәшәҡәттәр буласаҡ”, - тине төбәк етәксеһе.
Фото: topre.ru