Иҡтисад
28 Декабрь 2021, 11:15

Иҡтисад тармағы уңыштары менән ҡыуандыра

Был күрһәткес буйынса беҙ Волга буйы федераль округында икенсе урындабыҙ.

Иҡтисад тармағы уңыштары менән ҡыуандыраИҡтисад тармағы уңыштары менән ҡыуандыра
Иҡтисад тармағы уңыштары менән ҡыуандыра

Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов быйыл республикала иҡтисадты, сәнәғәтте, сауҙаны һәм хеҙмәттәрҙе, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе һәм туризмды үҫтереү, 2022 йылға бурыстар тураһында һөйләне.

Уның әйтеүенсә, төбәктә хәл былтырғы менән сағыштырғанда байтаҡҡа яҡшырҙы, иҡтисади ҡеүәт артты, предприятиеларҙың финанс күрһәткестәре тергеҙелә. Инвестиция өлкәһендә туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса тәүге ярты йылдағы кире хәл-шарттарҙы еңеп, ыңғай динамикаға сыҡтыҡ. Капитал һалыу 3,6 процентҡа артҡан, уның дөйөм күләме 244 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Был Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә иһә – 12-се урын. Төбәктең инвестиция портфеле 1,3 триллион һумлыҡ 1800 проектты үҙ эсенә ала. Улар буйынса 59,3 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылған.

Башҡортостан йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә йәлеп ителгән инвесторҙар күләме буйынса алдынғылар иҫәбендә һәм Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға килгәндә, милли проектҡа йәлеп ителгән предприятиелар буйынса федераль план 40 процентҡа арттырып үтәлгән. 126 килешеү төҙөлгән. Төбәктә проекттарға экспорт ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәһендә предприятиеларҙа бер милллиард һумлыҡ иҡтисади файҙа алынды.

Рәсәй Президентының ҡарарына ярашлы, Башҡортостан сода компанияһы акцияларының контроль пакетын тапшырыу республика өсөн мөһим ваҡиға булды. Әле предприятие “ВЭБ Инжиниринг” йәмғиәте менән берлектә киләһе 10 йылға Компанияны үҫтереү стратегияһын төҙөнө.

Сәнәғәтте үҫтереү фонды яғынан етди ярҙам күрһәтелде – 26 предприятие туғыҙ миллиард һумлыҡ ярҙам  алды. Әле Башҡортостанда етештереү инфраструктураһы өлкәһендә 11 индустриаль парк һәм 18 сәнәғәт технопаркы теркәлгән. Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һаны 11 процентҡа үҫкән. Бер йыл эсендә “үҙмәшғүлдәр” икеләтә артҡан (72,1 мең кеше).

Тышҡы сауҙа әйләнеше ғинуар – октябрҙә 3,7 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән (үҫеш 21,5 процентҡа). Көрсөккә ҡаршы саралар нигеҙендә 130 экспорт компанияһына логистика һәм сертификатлау йәһәтенән 110 миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтелгән. Йыл буйы 95 экспорт компанияһы алты бизнес-миссияла һәм 14 күргәҙмә-йәрминкә сараһында ҡатнашҡан. Уларҙа 8,7 миллион долларлыҡ экспорт килешеүе төҙөлгән. “Ашығыс экспорт ярҙамы” яҡшы һөҙөмтә бирҙе – ярты миллион долларлыҡ тәүге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Рөстәм Моратов киләһе йылға төп бурыстар иҫәбендә офсет контракттарын ҡулланыу практикаһын киңәйтеүҙе, яңы төбәк инвестиция стандартын ғәмәлгә индереүҙе, пилотһыҙ авиакластер проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн эксперименталь хоҡуҡи режим булдырыуҙы, йәнә кәмендә ике яңы индустриаль парк һәм ике сәнәғәт технопаркын ойоштороуҙы индерҙе.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54331

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас